‏ Joshua 15

Йәһүҙә ырыуына бирелгән ерҙәр

1Нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә ырыуына йәрәбә буйынса иң көньяҡтан Эдом ерҙәренә һәм Цин сүленә терәлеп ятҡан өлөш эләкте.

2Уларҙың көньяҡ сиге Тоҙло диңгеҙҙең көньяҡ осондағы ҡултыҡтан башланып, 3Ғаҡраббим тарлауығының көньяғынан уҙа ла Цин сүленә табан һуҙыла һәм Ҡадеш-Барнеағ ҡалаһының көньяғына күтәрелә. Артабан сик Хесронды үтеп, Аддарға табан менә, Ҡарҡағҡа табан борола ла, 4Ғасмон аша үтеп, Мысыр сигендәге йылға буйлап барып диңгеҙгә терәлә. Был – һеҙҙең көньяҡ сигегеҙ.

5Көнсығыш сигегеҙ – Тоҙло диңгеҙ, Иордан йылғаһы тамағына тиклем. Төньяҡ сик Тоҙло диңгеҙ ҡултығынан – Иордан йылғаһы тамағынан башланып, 6Бейт-Хоглаға табан күтәрелә, Бейт-Ғараванан төньяҡҡараҡ үтеп, өҫкә, Рәүвән улыныҡы булған Боһан ҡаяһына менә. 7Артабан Ғахор үҙәненән Девирға менә лә, төньяҡҡа, уянан көньяҡҡа үтеүсе Адуммим артылышы ҡаршыһындағы Гилгалға табан борола, шунан Шәмәш инешенә табан килеп, Рогел инешенә барып етә. 8Артабан сик Бен-Һинном үҙәне буйлап күтәрелә лә Йевустың, йәғни Йәрүсәлимдең көньяҡ битләүенән үтеп, Һинном үҙәненең көнбайышында һәм Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тауҙың башына күтәрелә. 9Тау башынан сик һыҙығы Нәфтоах сығанағына табан борола ла, Ғәфрон тауындағы ҡалаларға етеп Бағала, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим яғына китә. 10Бағаланан сик көнбайышҡа, Сеғир тауы яғына, борола, Еғарим, йәғни Кесалон тауының төньяҡ битләүенән үтеп, Бейт-Шәмәш эргәһенә төшә, Тимна янынан үтеп, 11Ғәҡрон ҡалаһы урынлашҡан тауҙың төньяҡ битләүе буйлап барғас, Шиккерон яғына борола, Бағала тауын үтеп, Явнеил ҡалаһына килеп сыға һәм диңгеҙгә барып терәлә.

12Көнбайыш сик Бөйөк диңгеҙ яры буйлап уҙа. Был – нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә улдарына бирелгән ерҙәрҙең сиге.

13Йефунне улы Калевҡа Йәһүҙә нәҫел-нәсәбе еренән өлөш бүлеп бирелде – Раббы Йушағҡа шулай ҡушҡайны. Был Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһы, Ғанаҡтың атаһы Арбағтың ҡалаһы ине. 14Калев был ҡаланан Ғанаҡ нәҫеленән өс кешене – Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы ҡыуып сығарҙы.

15Шунан Калев, Девир ҡалаһында йәшәүселәргә һөжүм итер өсөн, юлға сыҡты. Девирҙың элекке исеме Ҡыръяҫ-Сәфәр ине.

16Шунда Калев:

– Ҡыръяҫ-Сәфәрҙә еңеү яулап, ҡаланы ҡулға төшөргән кешегә ҡыҙым Ғахсаны кәләш итеп бирәм, – тине.

17Ҡаланы Калевтың туғаны Ҡыназдың улы Ғоҫниил алды, шуға ла Калев уға ҡыҙы Ғахсаны кәләш итеп бирҙе.

18Ғоҫниилға кейәүгә сыҡҡас, Ғахса ирен атаһы Калевтан бер баҫыу һорарға өгөтләне. Ҡыҙы ишәк өҫтөнән төшөүгә атаһы:

– Нимә теләйһең? – тип һораны.

19– Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине.

Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе.

20Бына нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә ырыуының биләмә ерҙәре:

21Негевта, Эдом сигендә Йәһүҙә ырыуына түбәндәге ҡала-ауылдар ҡарай:

Ҡавсеил, Ғедәр, Ягур,
22Ҡина, Димона, Ғадғада, 23Ҡәдәш, Хасор, Йиҫнан, 24Зиф, Тәләм, Беғалоҫ, 25Хасор-Хадатта, Ҡирйоҫ-Хесрон, йәғни Хасор, 26Амам, Шемағ, Молада, 27Хасар-Гадда, Хешмон, Бейт-Пәләт, 28Хасар-Шуғал, Беер-Шәвәғ, Бизйоҫъяһ, 29Бағала, Ғийим, Ғесәм, 30Әлҫолад, Кесил, Хорма, 31Сиҡлағ, Мадманна, Сансанна, 32Леваоҫ, Шилхим, Ғайн һәм Риммон – тирә-яҡтағы ауылдары менән егерме туғыҙ ҡала.

33Шефелала:

Әштәол, Сорға, Ашна,
34Заноах, Ғейн-Ганним, Таппуах, Ғенам, 35Ярмуҫ, Ғадуллам, Сохо, Ғазыҡа, 36Шағараим, Ғадиҫаим, Ғәдәрә һәм Гедеротаим – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун дүрт ҡала.

37Сенан, Хадаша, Мигдал-Ғад, 38Дилған, Миспе, Йоҡтеил, 39Лахиш, Босҡаҫ, Ғәғлон, 40Каббон, Лахмас, Китлиш, 41Гедероҫ, Бейт-Дагон, Нағама һәм Маҡҡыда – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун алты ҡала.

42Ливна, Ғәҫәр, Ғашан, 43Ифтах, Ашна, Несив, 44Ҡығила, Ахзив һәм Мареша – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала.

45Эргә-тирәһендәге ауылдар менән Ғәҡрон; 46Ғәҡрон менән диңгеҙ араһында, Ашдод янындағы ҡалалар һәм улар тирәһендәге ауылдар; 47эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ашдод һәм Газа Мысыр сигендәге йылғаға һәм Бөйөк диңгеҙ ярына тиклем.

48Таулыҡ урындарҙа:

Шамир, Яттир, Сохо,
49Данна, Ҡыръяҫ-Санна, йәғни Девир, 50Ғанав, Әштемо, Ғаним, 51Гошен, Холон и Гило – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун бер ҡала.

52Арав, Дума, Эшған, 53Янум, Бейт-Таппуах, Афеҡа, 54Хумта, Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон, һәм Сиғор – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала.

55Мағон, Кармәл, Зиф, Ютта, 56Изреғил, Йоҡдеғам, Заноах, 57Ҡайин, Гивға һәм Тимна – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун ҡала.

58Халхул, Бейт-Сур, Гедор, 59Мағараҫ, Бейт-Ғаноҫ һәм Әлтеҡон – тирә-яҡтағы ауылдары менән алты ҡала.

60Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим, һәм Рабба – тирә-яҡтағы ауылдары менән ике ҡала.

61Сүллектә:

Бейт-Ғарава, Миддин, Сехаха,
62Нившан, Тоҙ ҡалаһы һәм Ғейн-Геди – тирә-яҡтағы ауылдары менән алты ҡала.

63Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй.

Copyright information for BakIBT2023