Joshua 18
Башҡа ерҙәрҙең бүленеүе
1Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо. 2Әммә Исраилдың ете ырыуы һаман биләмәгә ер алмағайны әле. 3Йушағ исраилдарға: – Тағы оҙаҡ мыштырларһығыҙмы? Атайҙарығыҙҙың Аллаһы Раббы биргән ерҙе ниңә һаман биләмәгә алмайһығыҙ? – тине. – 4Һәр ырыуҙан өсәр кеше һайлап алығыҙ ҙа мин уларҙы илде тотош йөрөп сығырға ебәрермен. Ерҙе өлөштәргә бүлерлек итеп, уның һүрәтләнешен эшләһендәр ҙә минең яныма әйләнеп ҡайтһындар. 5Улар илде ете өлөшкә бүлергә тейеш. Йәһүҙә тоҡомонда – көньяҡтағы ерҙәре, Йософ тоҡомонда төньяҡтағы ерҙәре ҡала. 6Ә һеҙ ҡалған ерҙе ете өлөшкә бүлеп һүрәтләгеҙ. Был һүрәтләнеште миңә килтереп бирерһегеҙ, һәм ошонда, Аллабыҙ Раббы хозурында, мин һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын. 7Әммә арағыҙҙа левиҙәр биләмә алмаҫ, сөнки уларҙың өлөшө – Раббыға ҡаһин булып хеҙмәт итеү. Ә Ғад, Рәүвән ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Раббы ҡоло Мусанан Иордан йылғаһының көнсығышына табан ерҙәр алғайны инде. 8Һайлап алынған кешеләр юлға сыҡҡанда, Йушағ уларға был илдең һүрәтләнешен эшләргә ҡушты. – Барығыҙ, – тине Йушағ уларға, – илде уратып йөрөп сығығыҙ, уның һүрәтләнешен эшләгеҙ һәм минең янға әйләнеп ҡайтығыҙ. Шунан мин ошонда, Шилола, Раббы алдында һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын. 9Улар илде йөрөп сыҡтылар һәм, ҡалаларына күрә уны ете өлөшкә бүлеп, һыҙмаһын яһанылар. Шунан улар Шилоға, Йушағ янына тупламға әйләнеп ҡайттылар. 10Унда, Шилола, Раббы хозурында, Йушағ йәрәбә һалды һәм илде Исраил ырыуҙары араһында бүлде.Бинйәмин ырыуына бирелгән ерҙәр
11Тәүге йәрәбә нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына төштө. Уларға бүленгән ер Йәһүҙә менән Йософ улдары биләмәләре араһына тура килде. 12Уның төньяҡ сиге Иордан буйынан башлана, төньяҡ битләүҙән Йерихоны уҙа ла көнбайышҡа, тауҙарға күтәрелә, Бейт-Ауен сүленә табан китә. 13Артабан сик Лузға табан барып, Луздың, йәғни Бейт-Илдең көньяғынан битләүгә бара һәм Ғатароҫ-Аддарға, Түбәнге Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауға ҡарай төшә. 14Унда сик, Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауҙан һуң ер бүлеменең көнбайыш ситен урап үтеп, көньяҡҡа борола, Йәһүҙә ырыуыныҡы булған Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим ҡалаһында тамамлана. Был – көнбайыш сик. 15Көньяҡтағы сик Ҡыръяҫ-Еғарим эргәһенән башлана. Ул көнбайыштан Нәфтоах сығанағына табан һуҙыла. 16Һуңынан Бен-Һинном үҙәне менән йәнәш, Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тау итәгенә табан төшә лә, йевусиҙәр биләмәһенең көньяҡ битләүенән Һинном үҙәне буйлап аҫҡа китә һәм Рогел инешенә табан һөҙәкләй. 17Артабан сик төньяҡҡа, Шәмәш инешенә табан борола, Адуммим артылышы янындағы Гелилоҫҡа табан барып, Рәүвән улының Боһан ҡаяһына ҡарай төшә. 18Унан сик Бейт-Ғарава ҡаршыһындағы төньяҡ битләү буйлап үтә һәм Ғарава тигеҙлегенә төшә, 19Бейт-Хогланың төньяҡ битләүенән бара һәм Тоҙло диңгеҙҙең төньяҡ осона, Иордан йылғаһы тамағына барып сыға. Был – көньяҡ сик. 20Көнсығыш сиге – Иордан йылғаһы. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәрен уратып алған сиктәр ошо. 21Түбәндәге ҡалалар нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына ҡарай: Йерихо, Бейт-Хогла, Ғемәҡ-Ҡесис, 22Бейт-Ғарава, Семараим, Бейт-Ил, 23Ғаууим, Пара, Ғофра, 24Кефар-Ғаммони, Ғофни һәм Гевағ. Йәмғеһе – ун ике ҡала һәм улар тирәһендәге ауылдар. 25Ғивғон, Рама, Беероҫ, 26Миспе, Кефира, Моса, 27Рәҡәм, Ирпеил, Тарала, 28Селағ, Әләф, Йевус, йәғни Йәрүсәлим, Гивға һәм Ҡыръяҫ-Еғарим – тирә-яҡтағы ауылдары менән йәмғеһе ун дүрт ҡала. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәре шул.
Copyright information for
BakIBT2023