‏ Joshua 20

Һыйыныу ҡалалары

1Раббы Йушағҡа:

2– Исраилдарға әйт, Мин һеҙгә Муса аша бойорғанымса, һыйыныу ҡалалары һайлағыҙ, – тине. – 3Берәйһе яуыз ниәтһеҙ, яңылышлыҡ менән кеше үлтерһә, ҡан үсен ҡайтарыусынан шунда ҡасып ҡотола алыр. 4Ул ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасып барып, ҡала ҡапҡаһы алдына баҫһын да ҡала аҡһаҡалдарына ни булғанын һөйләп бирһен. Уны ҡалаға индерһендәр һәм йәшәп торор өсөн урын бирһендәр. 5Уны ҡон ҡайтарам тип килгән кешегә тотоп бирмәһендәр – ул яуыз ниәт менән үлтермәгән бит, теге үлгән кеше менән уның араһында дошманлыҡ булмаған. 6Үлтергән кеше, йәмғиәт хөкөмөнә баҫҡансы, был ҡалала ҡалырға тейеш. Был хәл булған осорҙа хакимлыҡ иткән баш ҡаһин вафат булғас ҡына ул үҙенең ҡалаһына, үҙ өйөнә әйләнеп ҡайта алыр.

7Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.

8Иордан аръяғында иһә Йерихонан көнсығышта һыйыныу ҡалалары шулар: Рәүвән ырыуына ҡараған яҫы таулыҡта, сүлдә – Бәсәр; Ғад ырыуына ҡараған Ғилғәд төбәгендә – Рамоҫ; Менашше ырыуына ҡараған Башан төбәгендә – Голан.

9Шулай итеп, бына шулар һыйыныу ҡалалары итеп билдәләнде. Исраил халҡынанмы йәки улар араһында йәшәгән килмешәктәрҙәнме яуыз ниәтһеҙ кеше үлтергән һәр кем – йәмғиәт хөкөмө алдына баҫҡанға тиклем ошо ҡалаларҙа ҡан үсен ҡайтарыусынан ҡасып ҡотола алыр.

Copyright information for BakIBT2023