‏ Joshua 21

Левиҙәргә бирелгән ҡалалар

1Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары Ҡәнғән ерендәге Шило ҡалаһына ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының башҡа нәҫел башлыҡтары янына килеп, 2уларға:

– Раббы Муса аша беҙгә йәшәр өсөн ҡалалар һәм улар тирәһендә мал көтөр өсөн көтөүлектәр бирергә ҡушҡайны, – тине.

3Исраилдар, Раббы ҡушыуы буйынса, левиҙәргә үҙ биләмәләренән ҡалалар һәм көтөүлектәр бүлеп бирҙе.

4Беренсе йәрәбә Ҡыһаҫ нәҫелдәренә төштө. Һарун ҡаһиндың нәҫеленән булған левиҙәргә Йәһүҙә, Шимғон һәм Бинйәмин ырыуҙарының биләмә ерҙәренән йәрәбә буйынса ун өс ҡала бирелде. 5Башҡа Ҡыһаҫ улдарына иһә Әфраим ырыуының нәҫелдәренән, Дан ырыуынан һәм Менашше ырыуының яртыһынан йәрәбә буйынса ун ҡала бирелде. 6Гершон улдарынан булған левиҙәргә Исасхар, Ашер, Нафтали ырыуҙарынан һәм Менашше ырыуының Башанда йәшәгән яртыһынан йәрәбә буйынса ун өс ҡала бирелде. 7Нәҫелдәренә күрә Мерари улдарынан булған левиҙәргә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан ун ике ҡала бирелде.

8Исраилдар, Раббының Муса аша биргән бойороғона ярашлы, йәрәбә һалып, бына шул ҡалаларҙы тирә-яғындағы көтөүлектәре менән бергә левиҙәргә бирҙе.

9Түбәндә Йәһүҙә һәм Шимғон ырыуҙарынан левиҙәргә бүлеп бирелгән ҡалаларҙың исемдәре: 10был ҡалалар Һарун нәҫелдәренә, Ҡыһаҫ улдарынан булған левиҙәргә бирелде, сөнки уларға йәрәбә беренсе булып төштө. 11Ғанаҡтың атаһы Арбағтың Йәһүҙә тауҙарында урынлашҡан Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһын тирә-яғындағы көтөүлектәре менән левиҙәргә бирҙеләр. 12Әммә ҡаланы уратып алған яландар һәм ауылдар Йефунне улы Калевҡа биләмәгә бирелгәйне. 13Ҡаһин Һарун нәҫелдәре кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән кешеләр өсөн һыйыныу ҡалаһы тип иғлан ителгән Хевронды, уның тирә-яғындағы көтөүлектәрҙе, шулай уҡ Ливнаны, 14Яттир, Әштемоағ, 15Холон, Девир, 16Ғайн, Ютта һәм Бейт-Шәмәште, уларҙы уратып алған көтөүлектәрҙе, был ике ырыуҙың ер биләмәһенән барлығы туғыҙ ҡаланы алды. 17Бынан тыш, Бинйәмин ерҙәренән уларға Ғивғон, Гевағ, 18Ғанаҫоҫ һәм Ғалмон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала бүлеп бирелде.

19Һарун нәҫелдәре, ҡаһиндар, дөйөм алғанда, көтөүлектәре менән бергә барлығы ун өс ҡала алды.

20Левиҙәрҙән булған башҡа Ҡыһаҫ улдарына йәрәбә буйынса Әфраим ырыуы ерҙәренән ҡалалар бирелде. 21Улар Әфраим таулығында тирә-яғындағы көтөүлектәре менән кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән кешеләр өсөн һыйыныу ҡалаһы булған Шәхәмде, шулай уҡ уратып алған көтөүлектәр менән Гәзәр, 22Ҡивсаим һәм Бейт-Хорон ҡалаларын, барлығы дүрт ҡала алды. 23Бынан тыш, Дан ерҙәренән – Әлтеке, Гиббеҫон, 24Айялон һәм Ғаҫ-Риммон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала алды. 25Менашше ырыуының яртыһына ҡараған ер биләмәһенән – Тағанах һәм Ғаҫ-Риммон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы ике ҡала алды.

26Дөйөм алғанда Ҡыһаҫ тоҡомоноң ҡалған нәҫелдәре көтөүлектәре менән бергә ун ҡала алды.

27Левиҙәрҙең нәҫелдәренән Гершон улдарына Менашше ырыуының яртыһынан бирелгән биләмә еренән тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Башан төбәгендәге һыйыныу ҡалаһы Голан, шулай уҡ тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Беғештера, барлығы ике ҡала бирелде. 28Бынан тыш, Исасхар ырыуы ерҙәренән – Ҡишйон, Давраҫ, 29Ярмуҫ һәм Ғейн-Ганним, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала бирелде. 30Ашер ырыуы ерҙәренән – Мишал, Ғавдон, 31Хелҡаҫ һәм Рехов, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала бирелде. 32Нафтали ырыуы ерҙәренән тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Галилеялағы һыйыныр ҡала Ҡәдәште, шулай уҡ уратып алған көтөүлектәре менән Хаммоҫ-Дор һәм Ҡартан ҡалалары, барлығы өс ҡала бирелде.

33Дөйөм алғанда, нәҫелдәренә күрә Гершон нәҫелдәре көтөүлектәре менән бергә ун өс ҡала алды.

34Левиҙәрҙең ҡалғандары – Мерари нәҫелдәре – Зевулун ерҙәренән Йоҡнеғам, Ҡарта, 35Димна һәм Нахалал, уларҙы уратып алған көтөүлектәр менән бергә, барлығы дүрт ҡала алды. 36Бынан тыш, Рәүвән ырыуы ерҙәренән – тирә-яғындағы көтөүлектәре менән һыйыныр ҡала Бәсәрҙе, Яһасты, 37уратып алған көтөүлектәре менән Ҡедемоҫ һәм Мефағаҫ ҡалаларын, барлығы дүрт ҡала алды. 38Ғад ырыуы ерҙәренән – тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Ғилғәдтәге һыйыныу ҡалаһы Рамоҫты, шулай уҡ Маханаимды, 39уратып алған көтөүлектәре менән Хешбон һәм Яғзерҙе, барлығы дүрт ҡала алды.

40Дөйөм алғанда, левиҙәрҙең ҡалғандары – Мерари нәҫелдәре – йәрәбә буйынса ун ике ҡала алды.

41Шулай итеп, левиҙәр исраилдарҙың биләмәләренән көтөүлектәре менән бергә ҡырҡ һигеҙ ҡала алды. 42Был ҡалаларҙың һәр береһенең тирә-яғында көтөүлектәре лә бар ине, бөтә был ҡалаларҙың тирәһендә лә шулай ине.

43Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде. 44Раббы уларға, ата-бабаларына ант иткәнсә, һәр йәһәттән тыныс тормош бирҙе. Исраилдарға бер кем дә ҡаршы тора алманы – Раббы бөтә дошмандарын уларҙың ҡулына тапшырҙы. 45Исраилдарға Раббы биргән игелекле вәғәҙәләрҙең береһе лә үтәлмәй ҡалманы – барыһы ла ғәмәлгә ашты.

Copyright information for BakIBT2023