Joshua 22
Рәүвән менән Ғадтың һәм Менашше ырыуының яртыһының үҙ ерҙәренә ҡайтыуы
1Шунан һуң Йушағ Рәүвән, Ғад ырыуҙарын һәм Менашше ырыуының яртыһын саҡырып алды ла 2уларға: – Һеҙ Раббы ҡоло Муса ҡушҡандың барыһын да ғәмәлгә ашырҙығыҙ. Минең бөтә әйткәндәремде тыңланығыҙ. 3Бөгөнгө көнгә тиклем, оҙайлы ваҡыт, Аллағыҙ Раббы ҡушҡандарын үтәй барып, ҡәрҙәштәрегеҙҙе ташламанығыҙ. 4Инде хәҙер, Аллағыҙ Раббы, вәғәҙәһен үтәп, һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙгә тыныс тормош биргәс, Раббы ҡоло Муса һеҙгә Иордан аръяғында биргән биләмә ерҙәрегеҙгә – үҙ сатырҙарығыҙға ҡайта алаһығыҙ. 5Әммә һеҙ ҡанунды – Раббы ҡоло Муса ҡушҡандарҙы теүәл үтәргә тейешһегеҙ. Һеҙ Аллағыҙ Раббыны яратырға, Уның юлынан йөрөргә, бойороҡтарын үтәргә, Уға тоғро булырға һәм бөтә күңелегеҙ, бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итергә тейешһегеҙ, – тине. 6Йушағ уларға фатиха бирҙе лә өйҙәренә оҙатты, һәм улар ҡайтып китте. 7Менашше ырыуының бер яртыһына Муса биләмә ерҙәрен Башандан, ә икенсе яртыһына Иордандың көнбайышынан, ҡалған исраилдар эргәһенән ер биргәйне. Фатиха биреп уларҙы ҡайтарып ебәргәндә, Йушағ 8былай тине: – Һеҙ сатырҙарығыҙға ҙур байлыҡ менән ҡайтаһығыҙ: хәҙер һеҙҙең малығыҙ, алтын-көмөшөгөҙ, баҡыр-тимерегеҙ һәм кейемдәрегеҙ күп. Табышығыҙҙы туғандарығыҙ менән бүлешегеҙ. 9Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы, башҡа исраилдарҙан айырылып, Ҡәнғәндәге Шилонан үҙенең биләмә ере Ғилғәдкә ҡайтып китте. Улар был илде Муса аша Раббы биргән бойороҡҡа ярашлы биләгәйне. 10Ҡәнғәндәге Гелилоҫҡа ҡайтып еткәс, Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы ошонда, Иордан йылғаһы буйында, ғәләмәт ҙур ҡорбан усағы эшләне. 11Ҡалған Исраил халҡына: «Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Ҡәнғән ерендәге Гелилоҫта, Иордандың исраилдарға ҡараған ярында, ҡорбан усағы төҙөгән» тигән хәбәр барып етте. 12Бөтә Исраил йәмғиәте, тегеләргә ҡаршы һуғыш менән барыр өсөн, Шилола йыйылды. 13Башта исраилдар Ғилғәд еренә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә – Әлғазар улы Пинхас ҡаһинды ебәрҙе. 14Уның менән бергә һәр ырыуҙан бер кеше – һәр береһе үҙ нәҫелендә башлыҡ булған ун кеше барҙы. 15Ғилғәдкә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә килгәс, илселәр былай тине: 16– Бөтә Раббы йәмғиәте былай ти: «Ниңә һеҙ Исраил Аллаһына хыянат иттегеҙ? Ниңә Раббығыҙҙан баш тартаһығыҙ? Бөгөн Үҙегеҙгә ҡорбан усағы төҙөп, Раббыға ҡаршы фетнә күтәрәһегеҙ? 17Һеҙгә Пеғорҙа ҡылған гонаһыбыҙ аҙмы? Беҙ әле булһа шул гонаһтарҙан таҙарына алмайбыҙ, шуның өсөн бөтә Раббы йәмғиәтенә бәлә-ҡаза килде бит. 18Һеҙ Раббынан баш тарттығыҙ. Бөгөн һеҙ Раббыға ҡаршы фетнә күтәрҙегеҙ, ә иртәгә Уның асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төшөр. 19Һеҙ биләгән ер нәжесләнгән икән, беҙҙең яҡҡа, Раббы биләмәһенә, Раббы сатыры торған яҡҡа күсегеҙ ҙә ошонан, беҙҙең яҡтан, үҙегеҙгә ер алығыҙ. Әммә Раббыға һәм беҙгә ҡаршы фетнә күтәрмәгеҙ, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына өҫтәп үҙегеҙгә тағы ҡорбан усағы төҙөмәгеҙ. 20Зерах улы Ғахан гонаһ ҡылып, юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙе алғас, Алла асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төштө. Уның гонаһы арҡаһында ул бер үҙе генә харап булманы бит!» 21Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Исраил нәҫелдәре башлыҡтарына былай тип яуап бирҙе: 22– Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Ул эштең ниҙә икәнен белә, исраилдар ҙа белһен хәҙер. Әгәр ҙә беҙ Раббыға ҡаршы баш күтәреп хыянат итһәк, Ул бөгөн беҙҙе аямаһын. 23Әгәр ҙә беҙ, Раббынан баш тартып, тотош яндырыу ҡорбаны ҡылыр, саҙаҡалар һәм татыулыҡ ҡорбаны килтерер өсөн ҡорбан усағы төҙөгән булһаҡ, Раббы беҙгә язаһын бирһен. 24– 25Юҡ, беҙ уны башҡа сәбәптән төҙөнөк. Беҙ киләсәктә һеҙҙең балаларығыҙ беҙҙең балаларға: «Эй Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары, һеҙҙең Исраил Аллаһы Раббыла ни эшегеҙ бар? Раббы Иорданды һеҙҙең менән беҙҙең арала сик итте. Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтер, тип ҡурҡабыҙ. Һеҙҙең балаларығыҙ шулай итеп беҙҙең балаларыбыҙҙы Раббынан ҡурҡыуҙан туҡтатып ҡуйыуы бар. 26Бына шуның өсөн дә беҙ ошо ҡорбан усағын төҙөргә булдыҡ – ләкин тотош яндырыу ҡорбаны килтереү һәм башҡа ҡорбандар өсөн түгел. 27Беҙ был ҡорбан усағын һеҙҙең менән беҙҙең арабыҙҙа, беҙҙән һуң балаларыбыҙ араһында шаһит булһын тип ҡорҙоҡ. Беҙҙең дә һеҙҙең кеүек Раббының Изге сатыры алдында Раббыға хеҙмәт итеп, тотош яндырыу, татыулыҡ һәм башҡа ҡорбандар тәҡдим итергә хаҡлы икәнебеҙҙе ошо ҡорбан усағы күрһәтер. Ул сағында инде һеҙҙең балалар беҙҙең балаларға: «Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтә алмаҫ. 28Беҙ былай тинек: «Киләсәктә беҙҙең менән һеҙҙең йәки киләсәк быуындарыбыҙҙың араһында шундай һүҙ сыҡһа, беҙ: „Тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбандар өсөн түгел, ә һеҙҙең менән беҙҙең арала шаһит булып торһон өсөн ата-бабаларыбыҙ Раббының ҡорбан усағына оҡшатып ҡорған ҡорбан усағына күҙ һалығыҙ“, – тип әйтербеҙ. 29Ләкин беҙ, Раббыға ҡаршы баш күтәреп һәм Унан тайпылып, Аллабыҙ Раббының Изге сатыры алдындағы ҡорбан усағына өҫтәп, тотош яндырыу ҡорбаны, саҙаҡалар һәм башҡа ҡорбандар өсөн тағы бер ҡорбан усағы төҙөйәсәгебеҙ юҡ». 30Пинхас ҡаһин һәм уны оҙата барған йәмғиәт башлыҡтары – Исраил нәҫелдәре башлыҡтары, Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙары ауыҙынан бындай яуапты ишеткәс, уларҙы хупланы. 31Әлғазар улы Пинхас ҡаһин Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙарына: – Хәҙер беҙ Раббының һаман да арабыҙҙа икәнен күрәбеҙ. Раббыға хыянат итмәгәс, һеҙ Исраилды Раббы асыуынан араланығыҙ, – тине. 32Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары Ғилғәдтән киткәс, Әлғазар улы Пинхас ҡаһин һәм башлыҡтар Ҡәнғәнгә, исраилдар янына әйләнеп ҡайтты һәм уларға эштең ниҙә икәнен һөйләп бирҙе. 33Исраилдар быға шатланды. Улар Аллаға шөкөр итте һәм Рәүвән менән Ғад ырыуҙарына ҡаршы һуғышыу, уларҙың илдәрен тар-мар итеү фекеренән кире ҡайтты. 34Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары был ҡорбан усағына исем биреп: «Раббы – беҙҙең Аллабыҙ. Был ҡорбан усағы һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә шуны раҫлаусы шаһит булһын», – тинеләр.
Copyright information for
BakIBT2023