Joshua 24
Шәхәмдә Алла менән исраилдар араһындағы килешеү
1Йушағ Исраилдың бөтә ырыуҙарын, уларҙың аҡһаҡалдарын, башлыҡтарын, хөкөмдарҙарҙы, етәкселәрҙе Шәхәмгә саҡыртып алды. Улар бөтәһе бергә Алла хозурына баҫты. 2Йушағ бөтә халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Борон-борондан – Ибраһим һәм Нахорҙың атаһы Терахҡа тиклем – һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында йәшәне һәм сит илаһтарға табынды. 3Әммә Мин һеҙҙең тәүатағыҙ Ибраһимды йылғаның аръяғынан алып сыҡтым. Уны оҙаҡ йөрөттөм – ул тотош Ҡәнғән илен урап сыҡты. Мин уның тоҡомон күбәйттем. Мин уға улы Исхаҡты бүләк иттем. 4Ә Исхаҡҡа Яҡуп менән Ғаязды бирҙем. Ғаязға Мин биләмә итеп Сеғир тауҙарын бирҙем. Ә Яҡуп менән уның балалары Мысырға китте. 5Мин Муса менән Һарунды шунда ебәрҙем, Мысырға афәттәр яуҙырып, уны язаға дусар иттем, һәм һеҙҙе унан алып сыҡтым. 6Мысырҙан Мин һеҙҙең ата-бабаларығыҙҙы Ҡамышлы диңгеҙенә алып килдем, ләкин бында уларҙы мысырҙарҙың яу арбалары һәм һыбайлылары ҡыуып етте. 7Ата-бабаларығыҙ шунда Раббыға ялбарҙы – шул саҡ Раббы һеҙҙең менән мысырҙар араһына ҡараңғылыҡ пәрҙәһе ҡорҙо. Раббы диңгеҙҙе мысырҙарға ҡаршы ҡуйҙы, һәм диңгеҙ уларҙы йотто. Минең мысырҙарҙы ни эшләтеүемде һеҙ үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ. Шунан һуң һеҙ оҙаҡ ваҡыт сүлдә көн иттегеҙ. 8Артабан Мин һеҙҙе Иордан аръяғында йәшәгән әмөриҙәрҙең иленә алып килдем. Әмөриҙәр һеҙгә һөжүм итте, ләкин Мин уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙым. Мин уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡырып һалдым, һәм һеҙ уларҙың ерҙәрен биләнегеҙ. 9Моав батшаһы Сиппор улы Балаҡ Исраилға ҡаршы һуғыш асты һәм Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡәһәрләргә саҡырҙы. 10Ләкин Мин Билғамдың ҡәһәрен тыңларға теләмәнем. Һәм ул һеҙҙе ҡабат-ҡабат фатихаланы. Мин һеҙҙе уның ҡулынан араланым. 11Һеҙ Иордан йылғаһын аша сығып Йерихоға яҡынлаштығыҙ. Йерихо кешеләре, әмөриҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, гиргашиҙәр, хиууиҙәр һәм йевусиҙәр алышҡан һымаҡ уҡ һеҙгә ҡаршы һуғыш башланы, әммә Мин уларҙың бөтәһен дә һеҙҙең ҡулға тапшырҙым. 12Ике әмөри батшаһын һеҙҙең ҡылыстарығыҙ түгел, һеҙҙең уҡтарығыҙ түгел, ә һеҙҙең алдан Мин ебәргән траштар алып ташланы. 13Мин һеҙгә үҙегеҙ икмәгән ерҙе, үҙегеҙ төҙөмәгән ҡалаларҙы бирҙем – хәҙер һеҙ ошо ҡалаларҙа йәшәйһегеҙ һәм үҙегеҙ үҫтермәгән зәйтүн һәм йөҙөм ағастарының емеше менән туҡланаһығыҙ». 14– Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ. 15Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ. 16Халыҡ былай тип яуап ҡайтарҙы: – Беҙҙең, Раббыны ҡалдырып, бүтән илаһтарға табынаһыбыҙ юҡ. 17Аллабыҙ Раббы беҙҙең халыҡты, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы Мысыр ҡоллоғонан алып сыҡҡан. Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа бөйөк хикмәттәр ҡылды. Ул юлда беҙҙе һаҡлап йөрөттө, Ул беҙҙе, ерҙәренән үткән саҡта, күп халыҡтарҙан араланы. 18Ул бөтә был халыҡтарҙы – һәм ошо ерҙә йәшәгән әмөриҙәрҙе беҙҙең алдыбыҙҙан ҡыуып ебәрҙе. Беҙ ҙә Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Ул – беҙҙең Аллабыҙ. 19Йушағ халыҡҡа былай тине: – Һеҙ Раббыға хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Ул – изге Алла. Ул – көнсөл Алла. Ул һеҙҙең тайпылғанығыҙҙы һәм гонаһтарығыҙҙы түҙеп тормаясаҡ. 20Әгәр ҙә һеҙ Раббыны ҡалдырып сит илаһтарға сәждә ҡыла башлайһығыҙ икән, Ул һеҙгә золомон ебәрер, һеҙҙән ситкә боролор – Үҙенең бөтә яҡшылыҡтарынан һуң Ул һеҙҙе юҡ итер. 21– Юҡ, беҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ! – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа. 22– Раббыға хеҙмәт итергә һеҙ үҙегеҙ ҡарар иттегеҙ һәм быға үҙегеҙ шаһит, – тине Йушағ. – Беҙ шаһитбыҙ, – тип раҫланы халыҡ. 23– Шулай булғас, үҙегеҙҙәге бөтә сит илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм барлыҡ уй-теләктәрегеҙҙе Исраил Аллаһы Раббыға йүнәлтегеҙ, – тине Йушағ. 24– Беҙ үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Уны тыңлаясаҡбыҙ, – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа. 25Шул көндө Йушағ бөтә халыҡ исеменән килешеү төҙөнө. Шунда, Шәхәмдә, ул халыҡҡа ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр бирҙе – 26һәм уларҙы Алланың ҡанун китабына яҙҙы. Шунан Йушағ ҙур бер таш алып, уны Раббының изге урыны эргәһендәге имән аҫтына һалып ҡуйҙы 27һәм халыҡҡа: – Бына был таш беҙҙең шаһитыбыҙ булыр. Ул Раббы беҙгә әйткәндәрҙең бөтәһен дә ишетте. Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙҙан баш тарта ҡалһағыҙ, был таш һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡыласаҡ. 28Шунан Йушағ халыҡты ҡайтарып ебәрҙе, һәм барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты.Йушағтың вафаты һәм Шәхәмдә ерләнеүе
29Күпмелер ваҡыттан һуң Раббы ҡоло Йушағ Нун улы вафат булды. Уға йөҙ ҙә ун йәш ине. 30Йушағты Гағаш тауынан төньяҡтараҡ ятҡан Әфраим таулығындағы биләмәһендә – Тимнаҫ-Сәрахта ерләнеләр. 31Йушағ дәүерендә һәм Йушағтан һуң йәшәгән, Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күреп белгән аҡһаҡалдар иҫән саҡта, халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итте. 32Исраилдар Йософтоң Мысырҙан алып сыҡҡан һөйәктәрен Шәхәмдә, Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан Яҡуп йөҙ ҡыситаға һатып алған һәм Йософ нәҫелдәренең биләмәһенә әүерелгән урында, дәфен ҡылдылар. 33Һарун улы Әлғазар вафат булды. Уны улы Пинхастың биләмәһендә – Әфраим таулығындағы Пинхас Гивғаһында дәфен ҡылдылар.
Copyright information for
BakIBT2023