‏ Joshua 7

Ғахандың гонаһы

1Ләкин исраилдар Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәр тураһындағы бойороҡто боҙҙо. Йәһүҙә ырыуынан Зерахтың улы Завдиҙан тыуған Кармиҙың улы Ғахан юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен үҙенә алды. Шуның өсөн Раббының исраилдарға ҡарата асыуы ялҡынланды.

2Йушағ Йерихонан Бейт-Илдең көнсығышында, Бейт-Ауенға яҡын урынлашҡан Ғай ҡалаһына кешеләрен ебәрҙе.

– Барығыҙ, был ил хаҡында белешеп ҡайтығыҙ, – тип бойорҙо Йушағ уларға.

Тегеләр Ғай ҡалаһын барып тикшерҙеләр.
3Кире ҡайтып Йушағҡа:

– Тотош ғәскәр менән барыуҙың хәжәте юҡ. Ғай ҡалаһын алыр өсөн ике-өс мең кеше етә. Халыҡ унда күп түгел, бөтә ғәскәрҙе арытып йөрөтөүҙең кәрәге юҡ, – тинеләр.

4Һуғышҡа өс мең самаһы кеше юлланды, әммә улар Ғай халҡынан ҡасырға мәжбүр булды. 5Ғай халҡы исраилдарҙы ҡала ҡапҡаһынан алып таш сығара торған урынға тиклем баҫтырып килде һәм утыҙ алты кешене үлтерҙе. Бынан һуң исраилдарҙың йөрәктәре алынды, улар ҡурҡыуға ҡалды.

6Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.

7– Эй Хакимым Раббы, – тине Йушағ, – ниңә Һин был халыҡты Иордан аша сығарҙың? Беҙҙе әмөриҙәр ҡулына биреп, харап итер өсөнмө? Эй, Иордан йылғаһының аръяғында ҡалған булһаҡсы! 8Эй бөйөк Хакимым! Исраил халҡы дошман алдынан ҡасырға мәжбүр булғас, нимә тип әйтә алам? 9Был хаҡта ҡәнғәниҙәр һәм был илдә йәшәгән барса халыҡ белер ҙә, беҙҙе ҡамауға алып, исемебеҙҙе ер йөҙөнән юйып ташлар. Шул сағында Һинең бөйөк исемең менән ни булыр?

10– Тор, – тип бойорҙо Раббы Йушағҡа, – ниңә йөҙтүбән ҡапланып ятаһың бында? 11Исраилдар гонаһ ҡылды, Мин үтәргә ҡушҡан килешеүҙе боҙҙо. Улар харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙе үҙҙәренә алды – урланы, алдап, йәшереп үҙ әйберҙәре араһына тығып ҡуйҙы. 12Бына шуға күрә лә Исраил халҡына Раббы ҡарғышы төштө һәм улар дошмандарға ҡаршы тора алманы – уларҙан ҡасырға мәжбүр булды. Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәрҙең барыһын да юҡ итмәй тороп, Мин һеҙҙең менән булмаясаҡмын.

13Бар, халыҡты изгеләндер. Уларға әйт: «Иртәгәһе көнгә һеҙ изгеләнергә тейешһегеҙ, сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: „Эй исраилдар, һеҙҙә юҡ ителергә тейешле әйберҙәр бар. Уларҙан арынмайынса, һеҙ дошмандарға ҡаршы тора алмаясаҡһығыҙ“. 14Иртәгә иртәнсәк ырыу-ырыу булып килегеҙ. Раббы күрһәткән ырыуҙан һәр бер нәҫел килер. Раббы күрһәткән нәҫелдән ғаилә артынан ғаилә килер. Шунан Раббы күрһәткән ғаиләнән ир артынан ир килер. 15Әгәр берәйһендә харам ҡылынырға тейешле әйберҙәр барлығы асыҡланһа, ул кеше бөтә мал-мөлкәте менән утта яндырыласаҡ, сөнки ул Раббы менән килешеүҙе боҙған һәм Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған».

16Иртәгәһенә иртүк Йушағ исраилдарға ырыу артынан ырыу булып янына килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуына күрһәтелде. 17Ул Йәһүҙә нәҫелдәренә яҡын килергә ҡушты – Зерах нәҫеленә күрһәтелде. Зерах нәҫеленән ир-егеттәргә килергә ҡушты – Завди ғаиләһенә күрһәтелде. 18Уның ғаиләһенән ир-егеттәргә килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуынан булған Зерах улы Завдиҙан тыуған Карми улы Ғаханға күрһәтелде.

19– Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.

20Ғахан Йушағҡа:

– Эйе, дөрөҫ, Раббыға, Исраил Аллаһына ҡарата мин гонаһ ҡылдым, – тине. – Бына мин нимә эшләнем:
21яумал араһында Шинғарҙан килтерелгән зиннәтле ябынса, ике йөҙ шекеллек көмөш һәм илле шекеллек алтын киҫәге күреп ҡалдым да уларға күҙем ҡыҙҙы. Мин уларҙы үҙемә алдым. Улар бөтәһе лә сатырымда ергә күмелгән; көмөш иң аҫта ята.

22Йушағтың бойороғо буйынса Ғахандың сатырына йүгерҙеләр – әйберҙәр шунда йәшерелгәйне; көмөш иң аҫта ине. 23Улар әйберҙәрҙең бөтәһен дә сатырҙан Йушағ һәм бөтә Исраил халҡына алып килделәр ҙә уларҙы Раббы хозурында ергә һалдылар.

24Йушағ һәм тотош исраилдар Зерах улы Ғаханды баяғы көмөшө, ябынсаһы һәм алтын киҫәге менән, шулай уҡ улдары һәм ҡыҙҙары, эре һәм ваҡ малы, ишәктәре менән, сатыры һәм унда булған бөтә нәмәһе менән бергә Ғахор үҙәненә алып китте.

25– Ниңә һин беҙҙе бәләгә тарыттың? – тине уға Йушағ. – Хәҙер инде Раббы һине бәләгә тарытты.

Шунан исраилдар күмәкләп Ғаханды һәм уның менән булғандарҙы таш бәреп үлтерҙе лә утта яндырҙы.
26Өҫтәренән бейек итеп таш өйҙөләр – был өйөм әле лә шунда.

Шулай иткәндән һуң, Раббының асыуы баҫылды. Шул замандан бирле был урын Ғахор
Ғахор – йәһүд телендә «бәлә-ҡаза» тигән мәғәнәлә.
үҙәне тип атала.

Copyright information for BakIBT2023