Joshua 8
Ғай ҡалаһын яулап алыу
1Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма ла, өркмә лә. Бөтә ғәскәрең менән Ғай ҡалаһына һөжүм ит. Мин Ғай батшаһын, уның халҡын, ҡалаһын һәм бөтә илен һинең ҡулыңа тапшырам. 2Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһаң, Ғай һәм уның батшаһына ла шуны ҡыл, тик ҡулға төшөргән табыш менән мал-тыуарҙы үҙеңә ал. Ғай менән йәнәш, ҡаланың артҡы яғынан боҫҡон ▼▼ Боҫҡон – руссаһы: засада.
ҡор, – тине. 3Йушағ бөтә ғәскәре менән Ғай ҡалаһына ҡаршы яуға сыҡты. Иң яҡшы утыҙ мең яугирен һайлап алып, уларҙы төндә 4түбәндәге бойороҡ менән алға ебәрҙе: – Ҡаланан алыҫ түгел, уның арт яғында боҫҡон ҡороғоҙ ҙа бөтәгеҙ ҙә әҙер тороғоҙ. 5Ә мин үҙем менән булғандарҙы алып, ҡалаға ҡарай йүнәләм. Уның халҡы, теге саҡтағы шикелле, беҙгә ҡаршы һуғышырға сыҡҡас, беҙ сигенә башларбыҙ. 6Улар, әүәлге һымаҡ, беҙ уларҙан ҡурҡып ҡасабыҙ, тип уйлап, артыбыҙҙан ҡыуа төшөр, ә беҙ уларҙы ҡаланан алыҫҡараҡ алып китербеҙ. Беҙ ҡасырбыҙ, 7ә һеҙ боҫҡондан сығығыҙ ҙа ҡалаға бәреп инегеҙ. Аллағыҙ Раббы уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырыр. 8Ҡаланы баҫып алығыҙ ҙа яндырығыҙ. Барыһын да Раббы ҡушҡанса эшләгеҙ. Һеҙгә минең бойороғом шундай. 9Йушағ уларға ҡуҙғалырға ҡушты: улар барып Бейт-Ил менән Ғай араһында, Ғайҙан көнбайышҡараҡ боҫҡон ҡорҙо. Йушағ төндө ҡалған ғәскәр янында үткәрҙе. 10Ә икенсе көндө иртә таңдан, бөтә ғәскәрҙе йыйып, Исраил аҡһаҡалдары менән ғәскәр башында Ғай ҡалаһына табан китте. 11Йушағ етәкселегендәге яугирҙәр ҡалаға яҡынлашты ла унан төньяҡтараҡ туҡтаны. Уларҙы ҡаланан бер үҙән генә айырып тора ине. 12Йушағ биш меңгә яҡын яугирҙе Бейт-Ил менән Ғай араһында, ҡаланан көнбайыш тарафта боҫҡонға ҡуйҙы. 13Ғәскәр түбәндәгесә урынлашты: төп көстәр – ҡаланан төньяҡҡа, ә бер өлөшө көнбайышҡа ҡуйылды. Төндә Йушағ үҙәнлеккә төштө. 14Быны күреп, Ғай батшаһы икенсе көндө иртәнсәк ғәскәре менән Ғарава тигеҙлеге алдындағы алдан билдәләнгән урынға табан исраилдарға ҡаршы һуғышҡа ашыҡты. Әммә ул ҡаланың икенсе яғында боҫҡон ҡуйылғанын белмәй ине. 15Йушағ һәм бөтә исраилдар юрамал тар-мар ителгән булып ҡыланды һәм сүлгә табан ҡаса башланы. 16Ғайҙа йәшәүселәрҙең бөтәһен исраилдар артынан баҫтырырға саҡырҙылар һәм улар, Йушағты эҙәрләй барып, ҡаланан бик ныҡ алыҫлаштылар. 17Ғайҙа ла, Бейт-Илдә лә бер генә ир-егет тә ҡалманы – бөтәһе лә исраилдарҙы эҙәрләй китте. Улар, ҡаланы асыҡ ҡалдырып, исраилдар артынан ҡыуа төшкәйне. 18Шунда Раббы Йушағҡа: – Ҡулыңдағы һөңгөңдө Ғай яғына йүнәлт. Мин был ҡаланы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. Йушағ һөңгөһөн Ғай яғына йүнәлтеү менән, 19яугирҙәре боҫҡондан сыҡты ла ҡалаға бәреп инде. Уны ҡулға төшөрҙөләр һәм үрт һалдылар. 20Ғай яугирҙәре әйләнеп ҡараһа, ни күрә: ҡала өҫтөндәге төтөн күккә ашҡан. Улар ҡайҙа барыр ер тапманы, сөнки сүл буйлап ҡасып барған исраилдар, кире борола һалып, эҙәрләүселәренә ташланды. 21Йушағ менән исраилдар боҫҡонда ултырыусыларҙың ҡаланы баҫып алыуын, ҡала өҫтөндә төтөн күтәрелеүен күргәс, кире боролоп Ғай яугирҙәренә һөжүм итте. 22Исраилдарҙың ҡалалағы яугирҙәре лә Ғай һуғышсыларына ҡаршы ташланды һәм тегеләр арттан да, алдан да исраилдар араһында ҡалды. Исраил ғәскәре уларҙы ҡырып һалды: бер кем дә иҫән ҡалманы, һис кем ҡасып ҡотола алманы. 23Ғай батшаһын ғына иҫән ҡалдырып, Йушағ янына килтерҙеләр. 24Исраилдар ҡырҙарҙа һәм сүлдә – үҙҙәре ҡыуып индергән бөтә ерҙәрҙә – барлыҡ Ғай ғәскәре яугирҙәрен ҡырып бөтөргәс, улар һуңғы кешегә тиклем ҡылыстан үткәрелгәс, исраилдар ҡалаға табан боролдо һәм унда ҡалғандарҙың бөтәһен дә үлтерҙе. 25Ул көндө барлығы ун ике мең кеше – ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар – Ғайҙа йәшәгән бөтә кеше үлтерелде. 26Харам ҡылынып юҡ ителергә тейешле һәр кем – Ғайҙа йәшәгән һәммә кеше ҡырылып бөткәнсе, Йушағ ҡала яғына йүнәлтелгән һөңгөһөн төшөрмәне. 27Раббы Йушағҡа бойорғанса, исраилдар был ҡаланан бары тик мал-тыуарҙы һәм ҡулға төшөрөлгән яумалды ғына үҙҙәренә алды. 28Ә ҡаланы Йушағ үртәне – уны мәңгегә кеше аяғы баҫмаҫ емерек өйөмөнә әйләндерҙе. Ғай әле лә шул хәлендә ята. 29Йушағ Ғай батшаһын бағанаға аҫты. Батшаның кәүҙәһе бағанала кискә тиклем аҫылынып торҙо, ә эңерҙә Йушағ уны төшөрөргә һәм ҡала ҡапҡаһы алдына ташларға ҡушты. Өҫтөнә ҙур таш өйөмө өйҙөләр, ул әле лә шунда. Йушағтың Раббы килешеүен яңыртыуы
30Ошо ваҡиғанан һуң Йушағ Ғевал тауында Исраил Аллаһы Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо. 31Раббы ҡоло Муса Исраил халҡына әйтеп ҡалдырғанса һәм Мусаның ҡанун китабында яҙылғанса, был усаҡ эшкәртелмәгән, тимер эш ҡоралы теймәгән таштан эшләнде. Исраилдар ошо ҡорбан усағында Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны килтерҙе. 32Йушағ унда, Исраил халҡының күҙ алдында, Мусаның ҡанунын ташҡа күсереп яҙҙы. 33Бөтә исраилдар – килмешәктәр ҙә, Исраилдың төп халҡы ла аҡһаҡалдары, етәкселәре һәм хөкөмдарҙары менән бергә – Килешеү һандығын тирә-яҡлап, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар алдында баҫып торҙо. Халыҡтың яртыһы Геризим тауы яғынан, яртыһы Ғевал тауы яғынан торҙо. Раббы ҡоло Муса Исраил халҡын тап ошо рәүешле фатихаларға ҡушҡайны. 34Шунан һуң Йушағ ҡанундың бөтә һүҙҙәрен – фатихаларҙы ла, ләғнәттәрҙе лә нәҡ ҡанун китабында яҙылғанса ҡысҡырып уҡып сыҡты. 35Йушағ Исраилдың бөтә йәмғиәтенә – ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, араларында йәшәгән килмешәктәрҙе лә индереп – Муса ҡушҡандарҙың бөтәһен дә уҡыны, бер генә һүҙен дә ҡалдырманы.
Copyright information for
BakIBT2023