Joshua 9
Ғивғондарҙың хәйләһе
1Был ваҡиғалар тураһында ишетеп, Иордандан көнбайыштағы таулы урындарҙа, Шефелала һәм Бөйөк диңгеҙ яры буйлап Ливанға тиклем һуҙылған ерҙәрҙә йәшәгән хитти, әмөри, ҡәнғәни, перизи, хиууи һәм йевуси батшалары 2Йушағҡа һәм Исраилға ҡаршы бергәләп һуғышырға һүҙ ҡуйышты. 3Ә Ғивғон кешеләре, Йушағтың Йерихо һәм Ғай менән нимә эшләгәнен ишетеп, 4хәйлә ҡорорға булды. Улар үҙҙәре менән ашамлыҡ алып юлға сыҡты: ишәктәренә туҙып бөткән тоҡтар һәм иҫкереп, тишелеп, ҡат-ҡат ямалып бөткән шарап турһыҡтары аҫып алды. 5Тапалып бөткән, ҡат-ҡат йүнәтелгән ҡата һәм туҙып, теткеләнеп бөткән өҫ кейеме кейҙе. Үҙҙәре менән юлға алған икмәк кибеп, күгәреп бөткәйне. 6Улар Йушағ янына, уның Гилгалдағы тупламына ошо рәүешле килделәр ҙә Йушағ менән исраилдарға: – Беҙ йыраҡ илдән килдек, – тинеләр. – Беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ. 7– Һеҙҙең менән нисек килешеү төҙөй алайыҡ инде? – тип яуапланы исраилдар хиууиҙәргә. – Бәлки, һеҙ беҙҙең эргәбеҙҙә йәшәйһегеҙҙер? 8– Беҙ һинең ҡолдарың, – тине ғивғондар Йушағҡа. – Һеҙ кем һәм ҡайҙан килдегеҙ? – тип һораны Йушағ уларҙан. 9Ә улар былай тине: – Беҙ, һинең ҡолдарың, бик йыраҡ илдән килдек. Аллаң Раббының шөһрәте хаҡында ишетеп килеүебеҙ. Уның Мысырҙа нимә эшләгәнен 10һәм Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһы – Хешбон батшаһы Сихон һәм Ғаштароҫтағы Башан батшаһы Ғоғ менән нимә ҡылғанын беләбеҙ. 11Шуға аҡһаҡалдарыбыҙ һәм илебеҙ кешеләре беҙгә шундай бурыс йөкмәтте: «Юлға аҙыҡ-түлек алығыҙ ҙа шул халыҡ янына барығыҙ. Уларға: „Беҙ һеҙҙең ҡолдарығыҙ, беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ“, – тип әйтегеҙ». 12Бына беҙҙең икмәгебеҙ. Өйҙә, һеҙгә килергә әҙерләнгәндә, беҙҙең юллыҡ икмәгебеҙ йылы ине әле, хәҙер кибеп, күгәреп бөткән. 13Бына шарап турһығы. Беҙ уларға шарап тултырғанда, улар өр-яңы ине, ә хәҙер бөтөнләй туҙып бөттө. Оҙаҡ юлдан килә торғас, өҫ һәм аяҡ кейемдәребеҙҙең дә ҡарарлығы ҡалманы. 14Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар. 15Йушағ, ғивғондар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөшөп, ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалырға вәғәҙә бирҙе. Исраил йәмғиәте башлыҡтары ант итте. 16Ә килешеү төҙөгәндән һуң өс көндән исраилдар уларҙың ошо ерҙә йәшәүсе күршеләре булыуын белде. 17Исраилдар юлға сыҡты һәм өсөнсө көнөнә хиууи ҡалалары Ғивғон, Кефира, Беероҫ һәм Ҡыръяҫ-Еғарим янына килеп туҡтаны. 18Ләкин улар был ҡалаларға һөжүм итмәне, сөнки йәмғиәт башлыҡтары Исраил Аллаһы Раббы менән уларға ант иткәйне. Уларҙың был ҡылғанына халыҡ асыулана башланы, 19ләкин тегеләр йәмғиәткә былай тине: – Беҙ Исраил Аллаһы Раббы менән ант иттек, хәҙер уларға тейә алмайбыҙ. 20Антты боҙғанға Алланың асыуы беҙгә төшмәһен өсөн, уларҙы тере ҡалдырайыҡ. 21Йәмғиәт башлыҡтары: «Әйҙә йәшәһендәр, әммә бөтә йәмғиәт өсөн утын ҡырҡыусы һәм һыу ташыусы булһындар», – тип ҡарар итте. Шулай итеп, башлыҡтар әйткәнсә булды. 22Йушағ ғивғондарҙы саҡырып былай тине: – Ниңә һеҙ беҙҙе алданығыҙ, ысынында беҙҙең эргәлә йәшәп тә, бик йыраҡ йәшәйбеҙ, тип әйттегеҙ? 23Шуның өсөн ҡарғыш төшһөн һеҙгә, инде Аллам йорто өсөн утын ҡырҡыусы һәм һыу ташыусы ҡол булып ҡалырһығыҙ, – тине. 24Улар Йушағҡа: – Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мәғлүм булды: Аллаң Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға бөтә ерҙе һеҙгә биреп, унда йәшәүселәрҙең барыһын ҡылыстан үткәрергә бойорған. Беҙ үҙ ғүмеребеҙ өсөн бик ҡурҡтыҡ, шуға күрә лә шулай эшләнек, – тип яуап ҡайтарҙы. – 25Хәҙер беҙ һинең хөкөмөңдә, нисек яҡшы һәм дөрөҫ тип уйлайһың, шулай эшлә. 26Йушағ шулай эшләне: ғивғондарҙы үлтертмәне, уларҙы исраилдар ҡулынан ҡотҡарып ҡалды. 27Әммә уның бойороғо буйынса ғивғондар, шул көндән башлап, Исраил йәмғиәте һәм Раббы һайлаған урында ҡуйылған ҡорбан усағы өсөн утын һәм һыу ташырға тейеш булды. Улар әле лә шул эште башҡара.
Copyright information for
BakIBT2023