Joshua 12
Еңелгән батшаларҙың исемлеге
1Исраилдар Иордандан көнсығышҡа – Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем, Ғарава тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөн дә индереп, йәйрәп ятҡан ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте һәм ул ерҙәрҙе үҙҙәренә тартып алды. Бына ул батшаларҙың исемлеге: 2Хешбонда йәшәгән әмөри батшаһы Сихон. Уның батшалығы Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан – үҙәндең урта бер еренән башлана һәм ғаммондарҙың сиге булған Яббоҡ йылғаһына тиклем һуҙыла, Ғилғәдтең яртыһын үҙ эсенә ала. 3Шулай уҡ Ғарава тигеҙлеге – Киннереҫ күленең көнсығыш ярынан Ғарава диңгеҙе – Тоҙло диңгеҙҙең көнсығыш ярына тиклем, Бейт-Йешимоҫҡа һәм көньяҡта Писга тауы итәктәренә тиклемге ерҙәргә йәйелә ине. 4Һуңғы рефаларҙың береһе булған Башан батшаһы Ғоғ Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә хакимлыҡ итә ине. 5Ул Хермон тауына, Салхаға, тотош Башанға – гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем, шулай уҡ Ғилғәдтең яртыһына, Хешбон батшаһы Сихондың сиктәренә тиклем, хужа ине. 6Раббы ҡоло Муса һәм исраилдар был батшаларҙы тар-мар итте. Муса уларҙың ерҙәрен Рәүвән менән Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһына биләмә итеп бирҙе. 7– 8Йушағ һәм исраилдар Иордандың көнбайышындағы батшаларҙы – Ливан үҙәнендәге Бәғел-Ғадтан башлап Сеғирға табан һуҙылған Халаҡ тауына тиклем йәйелгән ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте. Йушағ хитти, әмөри, ҡәнғәни, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр йәшәгән ерҙәрҙе, Шефеланы, көнбайыштағы тау итәктәрен, Ғарава тигеҙлеген, тау битләүҙәрен, сүллекте һәм Негевты Исраил ырыуҙарына биләмәгә бүлеп бирҙе. 9Бына был батшалар: Йерихо батшаһы, Бейт-Ил эргәһендәге Ғай ҡалаһының батшаһы, 10Йәрүсәлим батшаһы, Хеврон батшаһы, 11Ярмуҫ батшаһы, Лахиш батшаһы, 12Ғәғлон батшаһы, Гәзәр батшаһы, 13Девир батшаһы, Гәдәр батшаһы, 14Хорма батшаһы, Ғарад батшаһы, 15Ливна батшаһы, Ғадуллам батшаһы, 16Маҡҡыда батшаһы, Бейт-Ил батшаһы, 17Таппуах батшаһы, Хефәр батшаһы, 18Афеҡ батшаһы, Шарон тигеҙлеге батшаһы, 19Мадон батшаһы, Хасор батшаһы, 20Шимрон-Мерон батшаһы, Ахшаф батшаһы, 21Тағанах батшаһы, Мегиддо батшаһы, 22Ҡәдәш батшаһы, Кармәл янындағы Йоҡнеғам батшаһы, 23Нафаҫ-Дорҙағы Дор батшаһы, Галилеялағы Гоим батшаһы, 24Тирса батшаһы, йәмғеһе – утыҙ бер батша.
Copyright information for
BakIBT2023