‏ Joshua 13

Яулап алынасаҡ ерҙәр

1Йушағ ныҡ олоғайҙы. Раббы уға:

– Һин бик ҡартайҙың, ә баҫып алаһы ерҙәр күп әле, – тине. –
2Алынасаҡ ерҙәр бына былар: пелештиҙәр йәшәгән бөтә төбәктәр һәм гешуриҙарҙың бөтә ерҙәре; 3йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр; 4сидондарҙыҡы булған Ғара ҡалаһынан алып Афеҡҡа һәм әмөри сиктәренә тиклем ҡәнғәниҙәрҙең бөтә ерҙәре; 5гевалдарҙың ерҙәре, ә көнсығышта – Хермон тауы итәгендәге Бәғел-Ғадтан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем тотош Ливан. 6Ливандан алып Мисрефоҫ-Майимға тиклем тауҙарҙа йәшәгәндәрҙең бөтәһен, барлыҡ сидондарҙы исраилдар алдынан Үҙем ҡыуып ебәрәм. Ерҙе йәрәбә буйынса исраилдар араһында, Мин һиңә бойорғанса, биләмә булараҡ бүл. 7Тотош илде туғыҙ ырыу һәм Менашше ырыуының яртыһы араһында биләмә булараҡ бүл.

Иордан йылғаһының көнсығышындағы ерҙәр

8Менашше ырыуының икенсе яртыһына, уның менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына өлөш сығарылғайны инде – Муса уларға Иордандан көнсығышҡараҡ ер биргәйне. Раббы ҡоло Муса уларға 9Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан алып, үҙәнлек уртаһындағы ҡала менән Дивонға тиклем бөтә Медева яҫы таулығын; 10Хешбон ҡалаһында идара иткән әмөри батшаһы Сихондың бөтә ҡалаларын – ғаммондар иленә тиклем; 11Ғилғәдте, гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен, бөтә Хермон тауын һәм Салхаға еткәнсе тотош Башанды; 12Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә идара иткән һәм һуңғы рефаларҙың береһе булған Башан батшаһы Ғоғтың бөтә ерҙәрен бирҙе. Муса был батшаларҙы еңеп, уларҙың ерҙәренә эйә булғайны. 13Ләкин исраилдар гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен баҫып алманы – улар әле лә исраилдар араһында йәшәй.

14Муса бары тик Леви ырыуына ғына биләмә бирмәне. Уларҙың өлөшө – Мусаға Раббы әйткәнсә – Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап килтерелгән ут ҡорбандары.

Рәүвән ырыуына бирелгән ерҙәр

15Муса Рәүвән ырыуына уның нәҫелдәре буйынса бүлеп биргән ерҙәр 16Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан башлап, үҙәнлек уртаһындағы ҡаланы ла индереп, Медеваға еткәнсе йәйрәп ятҡан яҫы таулыҡ, 17Хешбон һәм уның менән йәнәш яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалалар – Дивон, Бамоҫ-Бәғел, Бейт-Бәғел-Меғон, 18Яһас, Ҡедемоҫ, Мефағаҫ, 19Ҡиръяҫаим, Сивма, үҙән уртаһындағы убала ултырған Сереҫ-Шахар, 20Бейт-Пеғор, Писга тауы итәктәре һәм Бейт-Йешимоҫ, 21йәғни яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалалар һәм Хешбонда идара иткән әмөри батшаһы Сихондың бөтә ерҙәре. Муса уның үҙен дә, уның ҡул аҫтында ошо илдә йәшәгән Мидйән башлыҡтары Әүи, Рәҡәм, Сур, Хур һәм Рәвағты ла еңгәйне. 22Башҡалар менән бер рәттән исраилдар Беғорҙың күрәҙәсе улы Билғамды ла ҡылыстан үткәргәйне. 23Рәүвән ырыуы биләмәләренең сиге Иордан йылғаһы буйлап үтә.

Был – Рәүвән улдары нәҫелдәренең өлөшөн тәшкил иткән ҡалалар һәм ауылдар.

Ғад ырыуына һәм Менашше ырыуының яртыһына бирелгән ерҙәр

24Муса Ғад ырыуына уның нәҫелдәре буйынса бүлеп биргән ерҙәр. 25Был Яғзер, Ғилғәдтең бөтә ҡалалары, Рабба эргәһендәге Ғароғерға тиклем һуҙылған ғаммондар иленең яртыһы – 26Хешбондан Рамаҫ-Миспегә һәм Бетонимға, Маханаимдан Ло-Деварға тиклемге ерҙәр, 27үҙәндә – Бейт-Харам, Бейт-Нимра, Суккоҫ һәм Сафон, йәғни Хешбон батшаһы Сихондың ҡалған бөтә батшалығы – Киннереҫ күленә тиклем Иордандан көнсығыштағы ерҙәр.

28Был – Ғад улдарына нәҫелдәренә күрә бүлеп бирелгән ҡалалар һәм ауылдар.

29Муса Менашше ырыуының бер яртыһына, йәғни Менашше улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бүлеп биргән ерҙәр. 30Был ерҙәр Маханаимдан башлап, Башан батшаһы Ғоғтың бөтә батшалығын, Башан ерендә Яир ауылдары тип йөрөтөлгән алтмыш ҡаланы, 31Ғилғәдтең яртыһын, шулай уҡ Ғоғ идара иткән Башан ҡалалары Ғаштароҫ һәм Әдрәғиҙе үҙ эсенә ала. Былар бөтәһе лә Менашше улы Махир улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бирелде.

32Муса Моав тигеҙлегендә, Йерихонан көнсығышта Иордан аръяғындағы ерҙәрҙе бына шулай бүлде.

33Ә Леви ырыуына ул бер ниндәй ҙә биләмә бирмәне. Уларҙың биләмәһе, Раббы уларға әйтеп ҡалдырғанса, Исраил Аллаһы Раббы Үҙе.

Copyright information for BakIBT2023