Joshua 19
Шимғон ырыуына бирелгән ерҙәр
1Икенсе йәрәбә Шимғонға – нәҫелдәренә күрә Шимғон ырыуына төштө. Уларҙың биләмә ерҙәре Йәһүҙә улдарына ҡараған биләмә ерҙәре эсендә урынлашҡайны. 2Уға түбәндәге ауыл-ҡалалар инә: Беер-Шәвәғ, Шемағ, Молада, 3Хасар-Шуғал, Бала, Ғесәм, 4Әлҫолад, Беҫул, Хорма, 5Сиҡлағ, Бейт-Маркавоҫ, Хасар-Суса, 6Бейт-Леваоҫ һәм Шарухен – ауылдары менән бергә бөтәһе ун өс ҡала. 7Ғайн, Риммон, Ғәҫәр һәм Ғашан – ауылдары менән бергә бөтәһе дүрт ҡала, 8шулай уҡ Бағалаҫ-Беерға, йәғни Негевтағы Рамаҫҡа тиклемге әлеге ҡалалар тирәһендәге бөтә ауылдар. Нәҫелдәренә күрә Шимғон ырыуының биләмә ерҙәре ана шулар. 9Шимғон улдарының биләмә ерҙәре Йәһүҙә улдарының өлөшөнән булды, сөнки Йәһүҙә нәҫелдәренең өлөшө улар өсөн кәрәгенән артығыраҡ ине. Шуға күрә Шимғон нәҫелдәре уларҙың ерҙәренән биләмәләр алды.Зевулун ырыуына бирелгән ерҙәр
10Өсөнсө йәрәбә нәҫелдәренә күрә Зевулун улдарына төштө. Уларҙың биләмәләре Саридҡа тиклем һуҙыла. 11Саридтан сик көнбайышҡа, Марғалаға табан һуҙыла һәм Даббешеҫҡа, шулай уҡ Йоҡнеғамға ҡаршы ятҡан уйһыулыҡҡа барып етә. 12Саридтан ул көнсығышҡа йүнәлә, Кислоҫ-Таворҙы ситтә ҡалдырып, Давраҫҡа табан бара, шунан Яфияғҡа күтәрелә. 13Унан сик артабан көнсығышҡа, Ғаҫ-Хефәргә һәм Ғет-Ҡасинға табан барып, Риммонға етә һәм Неғаға ҡарай борола. 14Сик төньяҡтан Ханнаҫонды урап үтеп, Ифтах-Ил үҙәненә барып етә. 15Зевулун ырыуы биләмәһенә тирә-яҡтағы ауылдары менән барлығы ун ике ҡала, шул иҫәптән Ҡаттаҫ, Нахалал, Шимрон, Идала һәм Бейт-Ләхәм инә. 16Нәҫелдәренә күрә Зевулун улдарының биләмә ерҙәре һәм ауыл-ҡалалары ошолар ине.Исасхар ырыуына бирелгән ерҙәр
17Дүртенсе йәрәбә нәҫелдәренә күрә Исасхарға – Исасхар улдарына төштө. 18Уларҙың биләмәһенә Изреғил, Кесуллоҫ, Шунем, 19Хафараим, Шион, Анахараҫ, 20Раббиҫ, Ҡишйон, Әвәс, 21Рәмәҫ, Ғейн-Ганним, Ғейн-Хадда, Бейт-Пассес инә. 22Ер биләмәһенең сиге Тавор тауы, Шахасима һәм Бейт-Шәмәшкә йәнәш үтә лә Иордан йылғаһына барып етә. Йәмғеһе – ун алты ҡала һәм улар тирәһендәге ауылдар. 23Был – нәҫелдәренә күрә Исасхар ырыуының биләмәләре һәм ҡала-ауылдары.Ашер ырыуына бирелгән ерҙәр
24Бишенсе йәрәбә нәҫелдәренә күрә Ашер ырыуына төштө. 25Уларҙың биләмәһенә Хелҡаҫ, Хали, Бәтән, Ахшаф, 26Аламмәләх, Ғамғад һәм Мишал инә. Көнбайышта уларҙың биләмәһе Кармәл тауы һәм Шихор-Ливнаҫ менән сикләнә. 27Шул ерҙән сик көнсығышҡа боролоп, Бейт-Дагонға бара ла Зевулун ерҙәренә һәм Ифтах-Ил үҙәненә барып терәлә. Унан Бейт-Ғемәҡ һәм Неғиил ҡалаларын үтеп, төньяҡтан – Кавул, 28Ғаврон, Рехов, Хаммон һәм Ҡанаға табан дауам итә. Бөйөк Сидон ҡалаһына килеп етеп, 29Рамаға табан йүнәлә, Тир ҡәлғәһенән Хосаға борола һәм диңгеҙгә барып сыға. Ер биләмәһенә Махлав, Ахзив төбәге, 30Ғумма, Афеҡ һәм Рехов ҡалаларын иҫәпкә алып, ашерҙар биләмәһенә тирә-яҡтағы ауылдары менән бергә бөтәһе егерме ике ҡала инде. 31Был – нәҫелдәренә күрә Ашер ырыуының биләмә ерҙәре һәм ауыл-ҡалалары.Нафтали ырыуына бирелгән ерҙәр
32Алтынсы йәрәбә нәҫелдәре буйынса Нафтали ырыуына төштө. 33Уларҙың биләмә сиктәре Хелефтан һәм Сағананним имәненән башлана ла Адами-Нәҡәв менән Явнеил аша Лаҡҡумға барып етә һәм Иордан ярында тамамлана. 34Көнбайышҡа табан сик Азноҫ-Таворға, унан Хуҡоҡҡа табан китә. Көньяҡта уларҙың ер биләмәһе Зевулун ерҙәре менән, көнбайышта Ашер ерҙәре менән сикләшә, ә көнсығыштан Иордан менән сикләнә. 35Биләмәгә нығытмалы ҡалалар Сиддим, Сер, Хаммаҫ, Раҡҡаҫ, Киннереҫ, 36Адама, Рама, Хасор, 37Ҡәдәш, Әдрәғи, Ғейн-Хасор, 38Ирон, Мигдал-Ил, Хорем, Бейт-Ғанаҫ һәм Бейт-Шәмәш инә; тирә-яҡтағы ауылдары менән бергә барлығы ун туғыҙ ҡала. 39Был – нәҫелдәренә күрә Нафтали ырыуының биләмәләре һәм ауыл-ҡалалары.Дан ырыуына бирелгән ерҙәр
40Етенсе йәрәбә нәҫелдәренә күрә Дан ырыуына төштө. 41Ер биләмәһенә Сорға, Әштәол, Ғир-Шәмәш, 42Шағалаббин, Айялон, Итла, 43Элон, Тимна, Ғәҡрон, 44Әлтеке, Гиббеҫон, Бағалаҫ, 45Йеһуд, Бене-Бераҡ, Ғаҫ-Риммон, 46Ме-Ярҡон һәм Раҡҡон, шулай уҡ Яфо ҡаршыһындағы ерҙәр инә. 47Ләкин Дан улдары үҙҙәренең биләмәләрен юғалтты. Шуға күрә улар Ләшәм ҡалаһына һөжүм итте, уны баҫып алды һәм кешеләрен ҡылыстан үткәрҙе. Был ҡала уларҙың биләмәһе булды. Улар был ҡалала йәшәй башланы һәм уға үҙҙәренең тәү бабаһы Дандың исеме буйынса Дан тигән атама бирҙе. 48Был – нәҫелдәренә күрә Дан ырыуының биләмәләре, ҡала-ауылдары.Нун улы Йушағтың өлөшө
49Бөтә илде үҙ-ара бүлешеп бөткәндән һуң, исраилдар үҙ ерҙәренән Нун улы Йушағҡа өлөш сығарҙы. 50Раббы ҡушыуына ярашлы, улар Йушағҡа үҙе һайлап алған ҡаланы – Әфраим таулығындағы Тимнаҫ-Сәрахты бирҙе. Йушағ был ҡаланы төҙөкләндереп, шунда йәшәй башланы. 51Ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының нәҫел башлыҡтары Шилола, Раббы хозурында, Осрашыу сатырына инер ерҙә йәрәбә буйынса бүленгән ер биләмәләре бына ошолар. Шулай итеп, улар ер бүлеүҙе тамамланы.
Copyright information for
BakIBT2023