‏ Joshua 2

Рахав һәм шымсылар

1Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе.

– Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ.

Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.

2Йерихо батшаһына: «Бөгөн кис бер нисә Исраил кешеһе беҙҙең ил хаҡында белешер өсөн бында килде», – тигән хәбәр еткерҙеләр.

3Батша Рахав янына: «Өйөңә килгән кешеләрҙе беҙҙең янға сығар. Улар беҙҙең илде күҙәтергә килгән шымсылар», – тигән бойороҡ менән үҙ кешеләрен ебәрҙе. 4Ләкин Рахав шымсыларҙың икәүһен дә йәшерҙе лә батша кешеләренә:

– Эйе, миндә ул ирҙәр булғайны. Тик мин уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәнем, – тип яуапланы. –
5Ҡараңғы төшөп, ҡала ҡапҡаһын бикләр ваҡыт еткәс, улар сығып китте. Ҡайҙа киткәндәрен белмәйем. Ҡабаланһағыҙ, бәлки, арттарынан ҡыуып етерһегеҙ.

6Ысынында иһә ул шымсыларҙы өй башына мендереп, етен көлтәләре аҫтына баҫырып һалып ҡуйғайны.

7Батша кешеләре Иордан йылғаһына табан йүнәлде һәм кисеүгә тиклем ҡыуа барҙы. Улар ҡаланан сығыу менән, ҡала ҡапҡалары бикләнде. 8Шымсылар йоҡларға ятырға ла өлгөрмәне, Рахав өй башына менеп, 9уларға:

– Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.
10Һеҙ Мысырҙан киткән саҡта, Раббы һеҙҙең юлығыҙҙа Ҡамышлы диңгеҙҙе ҡоро ергә әйләндергәнен ишеттек. Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһын – Сихон менән Ғоғты харам ҡылып юҡ иткәнегеҙҙе лә беләбеҙ. 11Быларҙы ишеткәс, ҡотобоҙ осто, бер кемебеҙҙең дә һеҙгә ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы. Сөнки һеҙҙең Аллағыҙ Раббы – юғарыла, күктә, һәм түбәндә, ерҙә, хакимлыҡ иткән Алла бит! – тине. – 12 13Шуға күрә һеҙгә ҡылған яҡшылығыма яуап итеп, һеҙ ҙә минең нәҫел-нәсәбемә яҡшы булырға Раббы менән ант итһәгеҙ ине. Миңә атам-әсәмдең, ағай-энеләрем, апай-һеңлеләрем һәм уларҙың бөтә ғаиләләренең ғүмерен һаҡлап алып ҡаласағығыҙға – беҙҙең бөтәбеҙҙе лә үлемдән араларға бер ышаныслы билдә бирегеҙ.

14Ирҙәр иһә:

– Беҙҙең йәнебеҙ һеҙҙең йәнегеҙ өсөн! – тине. – Әгәр беҙҙең турала бер кемгә лә һөйләмәһәгеҙ, Раббы был ерҙе беҙгә биргәс, беҙ һеҙгә яҡшылыҡ өсөн яҡшылыҡ менән түләрбеҙ, – тип яуапланы.

15Шунан һуң Рахав уларға үҙ тәҙрәһенән бау буйлап төшөргә ярҙам итте, сөнки уның өйө ҡала диуарында урынлашҡайны.

16– Үҙегеҙҙе эҙәрләп киткән кешеләрҙе осратмаҫ өсөн, тауҙар яғына барығыҙ, – тине Рахав. – Улар өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡансы, өс көн буйы шунда йәшеренеп тороғоҙ ҙа, шунан үҙ юлығыҙҙа булығыҙ.

17 18Тегеләр иһә:

– Әгәр беҙ был илгә килеүгә һин әле беҙҙе төшөргән тәҙрәгә ошо ал ҡыҙыл бауҙы бәйләп ҡуймаһаң, ата-әсәңде, ағай-энеңде һәм бөтөн ғаиләңде үҙ өйөңә йыймаһаң, беҙ һиңә биргән анттан азат булырбыҙ, – тине. –
19Ә инде арағыҙҙан берәйһе һинең өйөңдән урамға сыҡһа, үҙ үлемендә ул үҙе ғәйепле – беҙ түгел. Ләкин һинең менән булғандарҙың берәйһенә тейһәләр, – уның ҡаны өсөн беҙ ғәйепле. 20Әгәр ҙә һин беҙҙең турала берәйһенә һөйләй ҡалһаң, беҙ башҡаса был ант менән бәйле түгелбеҙ.

21– Һеҙ әйткәнсә булһын, – тине Рахав уларҙы оҙатып. Улар китеү менән тәҙрәгә ал ҡыҙыл төҫтәге бау бәйләп ҡуйҙы.

22Ирҙәр тауҙар яғына йүнәлде һәм, уларҙы эҙәрләп киткән кешеләр эҙләп-эҙләп тә бер кемде лә тапмай ҡайтып киткәнсе, өс көн буйы шунда йәшенеп ятты. 23Шунан ҡайтыр юлға сыҡтылар. Тауҙарҙан төшөп, йылғаны кистеләр ҙә Йушағ Нун улына барып, үҙҙәре менән булғанды түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙеләр.

24– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.

Copyright information for BakIBT2023