Joshua 5
1Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.Исраилдарҙы Гилгалда сөннәтләү
2Шул осорҙа Раббы Йушағҡа: – Таштан үткер бысаҡтар эшлә лә Исраил улдарының хәҙерге быуынын сөннәткә ултырт, – тине. 3Йушағ, таштан бысаҡтар эшләтеп, Ғаралоҫ ▼▼ Ғаралоҫ – йәһүд телендә «сөннәтләү» тигән мәғәнәлә.
ҡалҡыулығы янында Исраил улдарын сөннәтләне. 4Йушағтың сөннәтләү йолаһын башҡарыуының сәбәбе шул: Мысырҙан сыҡҡанда ир ҡорона кергән бөтә хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәр сүл гиҙгәндә үлеп бөткәйне. 5Мысырҙан сыҡҡандарҙың барыһы ла сөннәтле булһа, сүл гиҙгән мәлдә тыуған балалар сөннәткә ултыртылмағайны. 6Мысырҙан сыҡҡан саҡта йәше буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәр үлеп бөткәнсе, исраилдар ҡырҡ йыл буйы сүл гиҙҙе, сөнки улар Раббы һүҙенән сыҡҡайны. Шуға күрә Раббы уларға: «Ата-бабаларығыҙға һөт менән бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе улдарығыҙға бирермен тип вәғәҙә иткән инем, әммә һеҙ ул ерҙәрҙе бер ҡасан да күрмәйәсәкһегеҙ», – тип ант иткән була. 7Вафат булғандарға алмашҡа Раббы уларҙың улдарын үҫтерҙе – Йушағ сәфәрҙә сөннәткә ултыртылмаған ана шул быуынды сөннәтле итте. 8Бөтә сөннәтләнгән ир-егеттәр һауыҡҡанға тиклем тупламда ҡалды. 9Раббы Йушағҡа: – Бөгөн мин һеҙҙән Мысырҙағы ҡоллоҡ хурлығын алып ташланым, – тине. Шул замандан бирле был урын Гилгал ▼▼ Гилгал – йәһүд телендә был һүҙ яңғырашы менән «алып ташлау» тигән һүҙбәйләнешкә оҡшаш.
тип атала. 10Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе. 11Ҡотҡарылыу байрамының иртәгәһенә улар ошо ер биргән уңышты – сөсө икмәк менән ҡурмас ауыҙ итте. 12Ошо ер биргән уңышты ашаған көндән башлап, майҙә башҡаса күренмәҫ булды. Бынан ары исраилдарҙың майҙәһе булманы – ул йылды халыҡ Ҡәнғән ере биргән уңыш менән туҡланды. Йерихоны яулау
13Бер көндө Йушағ Йерихо ҡалаһы эргәһендә үҙ алдында ҡулына ҡынынан сығарылған ҡылыс тотҡан кешене күрҙе. – Беҙҙекеме һин, әллә дошманмы? – тип һораны Йушағ уның эргәһенә барып. 14– Һеҙҙеке лә, дошман да түгел, – тип яуапланы теге кеше. – Мин – Раббы ғәскәренең башлығымын. Бына, килдем. Йушағ уның алдына йөҙтүбән ҡапланып: – Хакимым мин ҡолона нимә әйтер? – тип һораны. 15– Аяҡ кейемеңде сис, – тине уға Раббы ғәскәре башлығы. – Һин баҫып торған урын мөҡәддәс. Йушағ, үҙенә нисек ҡушылған, шулай эшләне. 16Йерихо кешеләре, исраилдарҙан ҡурҡып, ҡала ҡапҡаларын ныҡ итеп бикләп ҡуйғайны. Ҡалаға бер кем кермәҫ, бер кем сыҡмаҫ булды.
Copyright information for
BakIBT2023