Judges 10
Толағ
1Авимәләхтең вафатынан һуң, Исасхар тоҡомонан Додонан тыуған Пуаның улы Толағ Исраилды ҡотҡарыусы булды. Ул Әфраим таулығындағы Шамир тигән ерҙә йәшәне. 2Толағ егерме өс йыл Исраил хакимы булды. Вафатынан һуң Шамирҙа ерләнде.Яир
3Унан һуң Ғилғәдтән Яир исемле кеше егерме ике йыл Исраил хакимы булды. 4Уның утыҙ улы булып, утыҙы ла ишәк менеп йөрөр ине. Улдарының утыҙ ҡалаһы була торғайны. Ғилғәд ерендәге был ҡалалар бөгөнгә тиклем Яир ауылдары тип атала. 5Яир вафат булғас, уны Ҡамонда ерләнеләр.Исраилдар пелештиҙәр һәм ғаммондар иҙеүе аҫтында
6Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне. 7Шуға күрә Раббының Исраилға ҡарата асыуы ҡабарҙы; Ул исраилдарҙы пелештиҙәр һәм ғаммондар ҡулына тапшырҙы. 8Шул йылды әлеге халыҡтар исраилдарҙы тар-мар итте һәм иҙҙе. Иордан аръяғында, әмөри ерендәге Ғилғәдтә, йәшәгән исраилдарҙы улар ун һигеҙ йыл буйы яфаланылар. 9Аҙаҡ килеп ғаммондар Йәһүҙә, Бинйәмин һәм Әфраим ырыуҙарына ҡаршы һуғыш алып барыр өсөн, Иордан йылғаһын кисте. Исраил халҡына ҙур бәлә килде. 10Исраил халҡы: – Һинең алдыңда гонаһ ҡылдыҡ! – тип Раббыға ялбарҙы. – Үҙ Аллабыҙҙы ташлап, Бәғелдәргә табына башланыҡ. 11Раббы Исраил халҡына былай тине: – Һеҙҙе мысырҙар, әмөриҙәр, ғаммондар, пелештиҙәр, 12сидондар, ғәмәлектәр, мағондар ҡыҫырыҡламанымы ни? Һеҙ Миңә ялбарғанда, Мин һеҙҙе уларҙың ҡулынан ҡотҡарманыммы ни? 13Ә һеҙ Мине ташланығыҙ, бүтән илаһтарға хеҙмәт итә башланығыҙ. Шуның өсөн Мин һеҙҙе бынан ары ҡотҡармайым. 14Барығыҙ, үҙегеҙ һайлап алған илаһтарға ялбарығыҙ, әйҙә, ауырлыҡтан хәҙер улар һеҙҙе ҡотҡарһын. 15Исраил халҡы Раббыға: – Беҙ гонаһ ҡылдыҡ! Беҙҙең менән нимә теләһәң, шуны эшлә, бары тик бөгөн ҡотҡара күр, – тип ялбарҙы. 16Улар сит илаһтарҙан баш тартты һәм Раббыға хеҙмәт итә башланы. Раббы, Исраил халҡының михнәттәрен күреп, бүтәнсә түҙә алманы.Ифтах
17Ғаммондар яуға йыйынды һәм Ғилғәдтә туплам булып урынлашты. Шулай уҡ Исраил халҡы ла ғәскәр йыйҙы һәм Миспала туплам булып торҙо. 18Ғилғәд халҡы һәм түрәләре бер-береһенә: – Кем дә кем беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бара, шул бөтә Ғилғәд халҡының башлығы була, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023