‏ Judges 11

1Ғилғәд кешеһе Ифтах ҡаһарман һуғышсы ине. Ул бер фәхишә ҡатындан тыуғайны. Атаһының исеме Ғилғәд ине. 2Ғилғәдтең ҡатыны ла уға улдар табып бирҙе. Был улдар, ир ҡорона кергәс, Ифтахты ҡыуып ебәрҙе:

– Һин беҙҙең атайыбыҙ йортонда вариҫ түгел, сөнки һин бүтән ҡатындан тыуғанһың, – тинеләр уға.

3Ифтах ағай-энеләренән ҡасып китте һәм Тов ерендә төйәкләнде. Уның янына йыйын әтрәгәләм тупланып, баҫҡынсылыҡ менән шөғөлләнә башланылар.

4Күпмелер ваҡыт үткәс, ғаммондар Исраилға яу менән килде. 5Ғаммон халҡы Исраилға һөжүм иткәс, Ғилғәд аҡһаҡалдары Тов еренә Ифтахты алырға килде. 6Улар Ифтахҡа:

– Ҡайт, беҙҙең башлығыбыҙ бул, беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бар, – тинеләр.

7Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдарына:

– Мине күрә алмайынса, атам йортонан ҡыуып сығарған һеҙ түгелме ни? Башығыҙға афәт төшкәс, минең яныма килергә булдығыҙмы ни? – тип яуапланы.

8Ғилғәд аҡһаҡалдары Ифтахҡа:

– Шулай ҙа беҙ һине, беҙҙең менән барып, ғаммондарға ҡаршы һуғыш, тип, бөтә Ғилғәд кешеләре өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуйырға килдек, – тинеләр.

9– Ярар, – тип яуап ҡайтарҙы Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдарына. – Әгәр мин ҡайтып һеҙ һорағанса ғаммондарға ҡаршы һуғышһам, Раббы уларҙы ҡулыма тапшырған хәлдә, мин ысынлап та һеҙгә башлыҡ булырмынмы?

10Ғилғәд аҡһаҡалдары Ифтахҡа:

– Раббы Үҙе шаһит, барыһы ла һин әйткәнсә булыр, – тинеләр.

11Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдары менән бергә китте. Халыҡ уны үҙ өҫтөнән етәксе һәм ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ифтах Миспала, Раббы алдында, үҙенең бөтә шарттарын ҡабатланы.

12Шунан ул: «Һиңә минән нимә кәрәк? Ниңә һин минең еремә һуғышырға килдең?» – тигән һорау менән Ғаммон батшаһына илселәр ебәрҙе. 13Ғаммон батшаһы Ифтахтың илселәренә: «Исраил халҡы Мысырҙан сығып килгәндә, Арнон йылғаһынан алып Яббоҡ һәм Иордан йылғаларына тиклем минең ерҙәремде алғайны. Уны тыныс юл менән миңә ҡайтарып бир», – тип әйтергә ҡушты.

14Ифтах илселәрен Ғаммон батшаһына икенсе мәртәбә ебәреп 15әйтте: «Ифтах бына нимә ти: исраилдар Моав һәм Ғаммон ерҙәрен тартып алманы, 16сөнки, Мысырҙан сығып барған саҡта, исраилдар сүллек аша үтеп Ҡамышлы диңгеҙ буйына табан юл алдылар һәм Ҡадешҡа килделәр. 17Унан: „Ерең аша үтеп китергә рөхсәт итһәң ине“, – тип Эдом батшаһына илселәр ебәрҙеләр. Ләкин Эдом батшаһы рөхсәт бирмәне. Исраилдар Моав батшаһына ла илселәр ебәреп ҡаранылар, ләкин, уныһы ла риза булмағанға күрә, Ҡадешта ҡалдылар. 18Шунан улар сүл аша барып, Эдом менән Моав ерҙәрен урап үттеләр һәм, Моав еренең көнсығыш сигенә килеп туҡтағас, Арнондың аръяғында туплам булып урынлаштылар. Ләкин Моав еренең сиктәренә инмәнеләр, сөнки Арнон – Моавтың сиге.

19Һуңынан Хешбонда хакимлыҡ иткән әмөри батшаһы Сихонға илселәр ебәреп: „Беҙгә һинең ерең аша үҙ еребеҙгә үтеп китергә рөхсәт ит“, – тип һоранылар. 20Ләкин Сихон исраилдарға үҙ ере аша үтергә рөхсәт итмәне. Ул, үҙенең бөтә халҡын йыйып, Яһаста туплам ҡорҙо һәм исраилдарға һөжүм итте. 21Исраил Аллаһы Раббы Сихонды һәм уның бөтә ғәскәрен исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, уларҙы еңеп, ошо илдә йәшәгән әмөри халҡының бөтә ерҙәрен алды. 22Улар Арнондан алып Яббоҡҡа тиклем, сүллектән алып Иорданға тиклем бөтә әмөри ерҙәренә эйә булды. 23Исраилдың Аллаһы Раббы Үҙе был ерҙәрҙе әмөриҙәрҙән тартып алып, халҡы Исраилға бирҙе. Ә хәҙер һин уны беҙҙән алырға итәһеңме? 24Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ! 25Сиппор улы Балаҡтан, Моав иленең батшаһынан, ни ерең өҫтөн һинең? Ул ана Исраил менән дошманлашманы ла, һуғышманы ла. 26Исраил бына өс йөҙ йыл инде Хешбонда, Ғароғерҙа һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа, Арнон йылғаһы буйындағы ҡалаларҙа йәшәй. Ниңә һеҙ шул саҡта был ерҙәрҙе ҡайтарып алманығыҙ? 27Мин һиңә ҡаршы бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем. Әммә һин миңә ҡаршы һуғышҡа күтәрелеп, яуызлыҡ ҡылаһың. Инде хәҙер Исраил халҡы менән ғаммондар араһында Раббы Үҙе хөкөм сығарһын!»

Ифтахтың әйткән нәҙере

28Ләкин Ғаммон батшаһы Ифтахтың уға ебәргән хәбәренә ҡолаҡ һалманы.

29Ифтахҡа Раббы рухы иңде. Ул Ғилғәд, Менашше ерҙәрен үтеп, Ғилғәдтәге Миспаға килде лә, унан ғаммондарға табан йүнәлде. 30Ифтах Раббыға нәҙер әйтте:

– Әгәр ҙә Һин ғаммондарҙы ҡулыма тапшырһаң,
31еңеү яулап ҡайтҡан сағымда өйөмдөң ишегенән миңә ҡаршы беренсе булып сыҡҡан йән эйәһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Һиңә бағышлар инем! – тине.

32Ифтах ғаммондар менән һуғышырға китте һәм Раббы был халыҡты уның ҡулына тапшырҙы. 33Ифтах уларҙы ҡырып һалды, Ғароғерҙан Минниҫтың тирә-яғына һәм Авел-Керамимға тиклем егерме ҡаланы юҡ итте. Ғаммондар Исраил халҡына буйһондо.

34Ифтах Миспаға, үҙенең өйөнә әйләнеп ҡайтһа, ҡаршыһына, дөңгөр ҡағып һәм бейеп, ҡыҙы сыҡты. Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы ине, шунан башҡа улы ла, ҡыҙы ла юҡ ине. 35Ҡыҙын күргәс, Ифтах өҫтөндәге кейемен йыртып:

– Эй ҡыҙым, һин мине тәҡәтһеҙ ҡалдырҙың, башыма бәлә килтерҙең. Мин бит Раббыға нәҙер әйттем, һүҙемде кире ала алмайым, – тине.

36Ҡыҙы уға:

– Атаҡайым, Раббыға нәҙер биргәнһең икән, минең менән Уға ант иткәнсә эшлә. Раббы дошмандарың ғаммондарҙан һинең үсеңде алды бит, – тине.
37Шунан:

– Тик бер теләгем бар: һин мине бары ике айға ғына сығарып ебәр – мин, әхирәттәрем менән тауҙарға менеп, яҙмышым өсөн, ир ҡатыны була алмаясағым өсөн күҙ йәше түгәйем, – тип өҫтәне.

38– Бар, – тине атаһы һәм ҡыҙын ике айға сығарып ебәрҙе.

Ҡыҙ әхирәттәре менән тауҙарҙа яҙмышы өсөн, ир ҡатыны була алмаясағы өсөн күҙ йәше түкте.

39Ике ай үткәс, ҡыҙы атаһы янына әйләнеп ҡайтты һәм атаһы әйткән нәҙерен үтәне. Ҡыҙ саф, ғиффәтле ине.

Ошонан һуң Исраилда бер йола барлыҡҡа килде:
40Исраил ҡыҙҙары, йыл һайын өйҙән китеп, дүрт көн буйы Ғилғәд улы Ифтахтың ҡыҙын хәтергә алып йәш түгә.

Copyright information for BakIBT2023