‏ Judges 13

Шимшондың тыуыуы

1Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылырға тотондо, һәм Раббы уларҙы ҡырҡ йылға пелештиҙәр ҡулына тапшырҙы.

2Шул заманда Сорға ҡалаһында Дан ырыуынан Маноах тигән кеше йәшәй ине. Уның ҡатыны түлһеҙ булып, балалары юҡ ине. 3Бер ваҡыт был ҡатын алдында Раббы фәрештәһе пәйҙә булды һәм уға:

– Бына һин биҙәүһең һәм балаларың юҡ, – тине. – Әммә ауырға ҡалып, малай табасаҡһың.
4Һаҡлан, шарап та, хәмер ҙә эсмә, бер ниндәй хәрәм ризыҡ ашама. 5Һин, ауырға ҡалып, малай табырһың. Ул баланың башына бәке теймәһен, сөнки әсә ҡарынынан уҡ был бала Аллаға бағышланып нәзир булыр. Ул Исраилды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡара башлар.

6Ҡатын ире янына килде лә уға барыһын да һөйләп бирҙе:

– Минең яныма Алла бәндәһе килде. Ҡиәфәте менән ул Алланың фәрештәһенә оҡшаған, бик дәһшәтле ине. Мин уның ҡайҙан икәнен һораманым, ул үҙе лә кемлеген әйтмәне.
7Ул миңә: «Бына һин, ауырға ҡалып, малай табасаҡһың, – тине. – Һаҡлан, шарап та, хәмер ҙә эсмә, бер ниндәй хәрәм ризыҡ ашама, сөнки был бала тыуған көнөнән алып үлгәнгәсә Аллаға бағышланып нәзир булыр», – тине.

8Маноах Раббыға доға ҡылып:

– Эй бөйөк Хакимым, һин ебәргән теге Алла бәндәһе яңынан беҙҙең янға килһен дә тыуасаҡ бала менән ни эшләргә икәнен өйрәтһен ине, – тине.

9Алла Маноахтың үтенесен ишетте. Ҡатын ҡырҙа ултырғанда, Алла фәрештәһе тағы килде. Әммә ҡатындың ире Маноах уның эргәһендә түгел ине. 10Ҡатын йүгереп барып иренә әйтте:

– Теге саҡта яныма килгән кеше тағы күренде.

11Маноах урынынан торҙо ла ҡатынына эйәрҙе. Ул кеше янына барып:

– Теге ваҡытта бынау ҡатын менән һин һөйләшкән инеңме? – тип һораны.

Теге:

– Эйе, мин, – тип яуапланы.

12Маноах:

– Әйткәнең ғәмәлгә ашҡас, ул бала нисек йәшәргә, ниҙәр эшләргә тейеш? – тип һораны.

13Раббы фәрештәһе Маноахҡа:

– Ҡатының әйткәндәремдең барыһын да теүәл үтәһен.
14Йөҙөм ағасында үҫкән бер нәмәне лә ашамаһын, шарап менән хәмер эсмәһен, бер ниндәй хәрәм ризыҡ ҡапмаһын. Ул мин ҡушҡандың бөтәһен дә башҡарһын, – тине.

15Маноах Раббы фәрештәһенә:

– Бер аҙ көтөп торһаң, кәзә бәрәсе салып, ашарыңа бешерербеҙ, – тине.

16Раббы фәрештәһе Маноахҡа:

– Һин мине көттөрһәң дә, ризығыңды ашамайым. Раббыға бағышлап тотош яндырыу ҡорбаны килтермәк булһаң, рәхим ит, – тине.

Маноах уның Раббы фәрештәһе икәнен белмәй ине.
17Ул Раббы фәрештәһенән:

– Исемең кем? Әйткәнең ғәмәлгә ашҡас, һиңә рәхмәттәр әйтер инек, – тине.

18Раббы фәрештәһе уға:

– Ниңә минең исемемде һорайһың? Әйтеүем менән барыбер уға аҡылың етмәй, – тине.

19Маноах кәзә бәрәсе менән икмәк саҙаҡаһы алды ла, ҡая өҫтөнә һалып, Раббыға ҡорбан килтерҙе. Шул саҡ Маноах менән ҡатынының күҙ алдында Раббы мөғжизә ҡылды. 20Ҡорбан усағынан ялҡын юғарыға күтәрелә башлағас, Раббы фәрештәһе ялҡында күккә ашты. Быны күреп торған Маноах менән ҡатыны ергә ҡапланды. 21Раббы фәрештәһе Маноах менән ҡатынына башҡаса күренмәне. Шунда ғына Маноах уның Раббы фәрештәһе икәнен аңланы. 22Маноах ҡатынына:

– Әжәлебеҙ еткәндер инде – Алланы күрҙек бит, – тине.

23Әммә ҡатыны уға:

– Әгәр ҙә Раббы беҙҙе харап итер булһа, тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһын ҡабул итмәҫ ине. Беҙгә быларҙың береһен дә күрһәтмәҫ, ишеткәндәребеҙҙе әйтмәҫ ине, – тине.

24Ҡатын малай тапты һәм уға Шимшон тип исем ҡушты. Сабый үҫкәндән-үҫә барҙы, Раббы уны Үҙенең фатихаһынан ҡалдырманы.

25Сорға менән Әштәол араһында Дан ырыуы тупламында уны тәүге тапҡыр Раббы рухы ҡөҙрәтләндерҙе.

Copyright information for BakIBT2023