Judges 14
Шимшондың өйләнеүе
1Көндәрҙән бер көндө Тимна ҡалаһына барғас, Шимшон бер пелешти ҡыҙын күрҙе. 2Өйөнә ҡайтҡас, атаһы менән әсәһенә: – Мин Тимнала бер пелешти ҡыҙын күрҙем. Уны миңә кәләш итеп алып бирегеҙ, – тине. 3Атаһы менән әсәһе уға: – Ырыуҙаштарың, үҙебеҙҙең халыҡ араһында һиңә ҡыҙҙар юҡмы ни? Ниңә сөннәтһеҙ пелештиҙәр араһынан кәләш алырға итәһең? – тине. Әммә Шимшон атаһына: – Миңә шул ҡыҙҙы алып бир, мин уны оҡшаттым! – тине. 4Был – Раббы ихтыяры ине, әммә Шимшондың атаһы менән әсәһе был турала белмәне. Ул заманда Исраилда хакимлыҡ иткән пелештиҙәргә ҡаршы көрәшеү өсөн Раббының сәбәп эҙләүе ине. 5Шимшон атаһы һәм әсәһе менән Тимнаға китте. Тимнаның йөҙөм баҡсаларына етәрәк, бер йәш арыҫлан ырылдап ҡаршы сыҡты. 6Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм ул, ҡулында бер нәмәһе булмаһа ла, арыҫланды кәзә бәрәсендәй ботарлап ташланы. Был хаҡта атаһы менән әсәһенә һөйләп торманы. 7Тимнаға килгәс, Шимшон ҡыҙ менән күрешеп һөйләште, ҡыҙ уны бик оҡшатты. 8Күпмелер ваҡыттан һуң, Шимшон ҡыҙҙы кәләш итеп алыр өсөн яңынан Тимнаға китте һәм юл ыңғай арыҫландың үләкһәһен ҡарарға боролдо. Емтек эсенә ҡорт күсе оялағайны һәм бал йыйғайны. 9Ул, ҡулына бал алып, юл буйы ашап барҙы. Атаһы менән әсәһе янына ҡайтҡас, уларға ла ашатты, ләкин балды арыҫлан үләкһәһе эсенән алғанын әйтмәне. 10Бына Шимшондың атаһы ҡыҙҙы һората барҙы. Шимшон шунда йәштәргә хас булғанса мәжлес ойошторҙо. 11Ул килеүгә хужалар, Шимшон менән булһындар өсөн, утыҙ кейәү егете саҡырҙы. 12Шимшон уларға: – Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, – тине. – Әгәр ҙә һеҙ уны мәжлес барған ете көн эсендә сисһәгеҙ, мин һеҙгә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирермен. 13Әгәр ҙә йомаҡты сисә алмаһағыҙ, миңә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирерһегеҙ. – Йомағыңды әйт, тыңлап ҡарайыҡ, – тине тегеләр. 14Шимшон йомағын әйтте:– Ашаусының эсенән ашамлыҡ сыҡты,Көслөнөң эсенән татлы сыҡты.
Йомаҡты өс көн сисә алманылар. 15Дүртенсе көнөнә улар Шимшондың кәләшенә: – Яйлап-майлап ҡына иреңдән йомаҡтың яуабын әйттер, юҡһа үҙеңде лә, атаң йортон да яндырабыҙ. Һеҙ беҙҙе талар өсөн саҡырҙығыҙмы әллә? – тинеләр. 16Кәләше илай-илай Шимшонға: – Һин мине яратмайһың, – тине. – Мине күрә алмайһың! Минең ырыуҙаштарыма йомаҡ әйттең дә, йомағыңдың яуабын миңә сисмәйһең! – Атайым менән әсәйемә лә әйтмәгәнде, һиңә әйтәйемме? – тине Шимшон. 17Мәжлес барған ете көн буйы йәш түкте Шимшондың кәләше. Ниһайәт, етенсе көнөнә, кәләше үтә ныҡ ҡыҫымға алғас, Шимшон йомаҡтың яуабын әйтте. Ҡатын яуапты ырыуҙаштарына еткерҙе. 18Етенсе көнөнә ҡояш байыр алдынан ҡала кешеләре Шимшонға: – Нимә балдан татлыраҡ,
Арыҫландан көслөрәк? –
тинеләр. Шимшон уларға: – Минең танам менән һөрмәһәгеҙ,
Йомағымды сисә алмаҫ инегеҙ, –
тип яуапланы. 19Шимшонды Раббы рухы солғап алды. Ул Ашҡылонға барып утыҙ кешене үлтерҙе лә, уларҙың кейемен һалдырып алып, йомаҡ сискән кешеләргә бирҙе. Шунан ярһыған килеш атаһының өйөнә ҡайтып китте. 20Ә Шимшондың ҡатыны уға кейәү егете итеп беркетелгән егеттәрҙең береһенә бирелде.
Copyright information for
BakIBT2023