‏ Judges 15

Шимшондың үс алыуы

1Бер нисә көндән, бойҙай урағы осоронда, Шимшон, бер кәзә бәрәсе алып, ҡатынын күрергә килде.

– Ҡатынымдың янына, уның бүлмәһенә керәйем әле, – тигәйне, ҡыҙҙың атаһы Шимшонды индермәне.

2– Һин ҡыҙымды ташлап киткәнһең тип уйлағайным, – тине ул. – Шуға күрә уны кейәү егеттәреңдең береһенә бирҙем. Ана, һеңлеһе унан да матурыраҡ. Әйҙә, оло ҡыҙым урынына булһын, – тине.

3Ләкин Шимшон:

– Хәҙер инде мин пелештиҙәргә яманлыҡ эшләһәм дә хаҡлымын, – тине.

4Ҡырға сығып, өс йөҙ төлкө тотто. Уларҙың һәр икеһенең ҡойроғон ҡуша бәйләне лә ҡойроҡ араһына сыраҡ ҡыҫтырҙы. 5Шунан сыраҡтарҙы тоҡандырҙы ла төлкөләрҙе пелештиҙәр баҫыуы яғына ысҡындырып ебәрҙе. Төлкөләр эҫкерттәрҙе, урылмаған баҫыуҙарҙы, шулай уҡ йөҙөм баҡсаларын, зәйтүн ағастарын яндырып бөттө.

6– Кем эшләне быны? – тип һораша башланы пелештиҙәр.

– Шимшон, теге Тимнала йәшәгән бер кешенең кейәүе. Ҡайныһы уның кәләшен кейәүҙең дуҫына биреп ебәргән, – тип яуап ҡайтарҙылар уларға.

Шунан пелештиҙәр барып теге ҡатынды ла, уның атаһын да яндырҙылар.

7Шимшон быны ишеткәс, уларға:

– Әгәр былай иткәнһегеҙ икән, һеҙҙән үсемде алмай туҡтамам, – тине.

8Шимшон уларға ташланды һәм күптәрен аяуһыҙ рәүештә ҡырып ташланы. Шунан Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып йәшәй башланы.

9Пелештиҙәр Йәһүҙә еренә килеп, туплам булып урынлаштылар һәм Лехигә йүнәлделәр. 10Йәһүҙә кешеләре уларҙан:

– Ниңә беҙгә яу менән килдегеҙ? – тип һораны.

Тегеләр:

– Беҙ, Шимшондың аяҡ-ҡулын бәйләп, беҙгә эшләгәнен үҙенә эшләргә килдек, – тинеләр.

11Йәһүҙәнән өс мең кеше Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып, Шимшонға:

– Һин пелештиҙәрҙең беҙгә хакимлыҡ иткәнен белмәйһеңме ни? – тинеләр. – Нимә эшләнең һин беҙгә?

Шимшон:

– Улар минең менән ни эшләне, мин дә уларға шуны эшләнем, – тип яуап ҡайтарҙы.

12– Беҙ һине тотоп бәйләп, пелештиҙәр ҡулына бирер өсөн килдек, – тине йәһүҙиҙәр.

– Миңә яманлыҡ ҡылмаҫҡа ант итегеҙ, – тине Шимшон.

13– Юҡ, тотоп бәйләп, пелештиҙәр ҡулына ғына бирәбеҙ, беҙ һине үлтермәйбеҙ, – тинеләр.

Уны ике өр-яңы бау менән бәйләнеләр ҙә мәмерйәнән алып сыҡтылар.

14Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө.

15Шимшондың күҙенә ишәктең әле кибеп тә бөтмәгән яңаҡ һөйәге салынды. Ул шул һөйәкте алды ла мең пелештиҙе һуғып үлтерҙе. 16Шунан Шимшон былай тине:

– Ишәктең яңаҡ һөйәге менән – өйөм өҫтөнә өйөм!
Ишәктең яңаҡ һөйәге менән меңде һуғып үлтерҙем!

17Шулай тине лә ҡулындағы һөйәкте ситкә быраҡтырҙы. Был урынды Рамаҫ-Лехи
Рамаҫ-Лехи – йәһүд телендә «яңаҡ һөйәге ҡалҡыулығы» тигән мәғәнәлә.
тип атанылар.

18Шимшон шул тиклем сарсап китте, Раббыға ялбарып, былай тине:

– Ҡолоңа ошо бөйөк еңеүҙе бирҙең. Инде хәҙер сарсауҙан үлеп, сөннәтһеҙҙәр ҡулына төшәйемме?

19Алла Лехиҙә соҡор хасил итте һәм унан һыу ағып сыҡты. Шимшон туйғансы һыу эсте һәм уға йәнә хәл өҫтәлде. Шуның өсөн дә был урынды Ғейн-Һаҡҡоре
Ғейн-Һаҡҡоре – йәһүд телендә «ялбарыусы инеше» тигән мәғәнәлә.
тип атанылар. Ул әлеге көндә лә Лехиҙә бар.

20Шимшон пелештиҙәр заманында егерме йыл Исраил хакимы булып торҙо.

Copyright information for BakIBT2023