‏ Judges 17

Михаяһ һәм уның ҡаһины

1Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине. 2Ул әсәһенә:

– Теге ваҡытта бер мең дә бер йөҙ шекел көмөшөң юғалғас, һин ҡараҡты минең алдымда ҡарғағайның. Ул көмөш миндә, уны мин алғайным, – тине.

– Раббы һиңә фатиха бирһен, улым, – тине әсәһе.

3Улы әсәһенә бер мең дә бер йөҙ шекел көмөштө кире ҡайтарып бирҙе. Әсәһе:

– Был көмөштө мин улым хаҡына Раббыға бағышлайым. Унан бот менән ҡойолма илаһ яһатып алам. Көмөш шул рәүешле, улым, үҙеңә ҡайтһын, – тине.

4Улы ҡайтарып биргәс, әсәһе ике йөҙ шекел көмөштө алып, уны көмөшсөгә илтте лә бот менән ҡойолма илаһ яһатып алды. Шул ваҡыттан алып, ул бот Михаяһтың өйөндә торҙо. 5Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.

6Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине: һәр кем нисек дөрөҫ тип тапһа, шулай эшләй торғайны.

7Йәһүҙә ырыуы халҡы араһында бер йәш леви йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәмендә тыуып үҫеп, 8йәшәгән төйәген алмаштырыу ниәте менән, был ҡаланан сығып китте һәм юл ыңғайында Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона һуғылды. 9Михаяһ унан:

– Ҡайҙан киләһең? – тип һораны.

Теге егет:

– Мин Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынанмын, леви булам, төйәкләнер урын эҙләйем, – тине.

10Михаяһ уға:

– Улай булғас, миндә ҡал, атайым һымаҡ кәңәшсе, ҡаһин булырһың, – тине. – Мин һиңә йылына унар шекел көмөш, өҫтәүенә кейем һәм ашарға аҙыҡ-түлек бирермен.

11Йәш леви был кешелә ҡалырға булды. Михаяһ уны улы һымаҡ күрҙе, 12ҡаһин итеп ҡуйҙы, һәм егет Михаяһ йортонда йәшәне.

13Михаяһ:

– Хәҙер инде Раббының миңә фатихалы булыуын беләм, сөнки минең ҡаһиным левиҙәрҙән, – тине.

Copyright information for BakIBT2023