‏ Judges 21

Бинйәмин егеттәрен өйләндереү

1Исраилдар Миспала йыйылғас: «Беҙҙең беребеҙ ҙә ҡыҙҙарын Бинйәмин улдарына кәләш итеп бирмәйәсәк», – тип ант иткәйне.

2Ә хәҙер исраилдар Бейт-Илгә килделәр һәм, Алла хозурында ултырып, кискә тиклем ҡысҡырып-ҡысҡырып иланылар.

3– Эй Исраил Аллаһы Раббы! Ниңә Исраилда был хәл булды? Ни өсөн Исраилдың бер ырыуы ҡыйылды? – тиештеләр.

4Иртәгәһенә исраилдар иртүк торҙолар ҙа ошо урында ҡорбан усағы төҙөнөләр һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтерҙеләр.

5Улар бер-береһенән:

– Исраилдың барлыҡ ырыуҙарынан Раббы хозурында уҙғарылған йыйынға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораны.

Сөнки улар Миспаға Раббы алдына килмәгән һәр бер кеше үлемгә дусар ителәсәк, тип ныҡлы ант иткәйне.
6Исраил халҡы үҙ туғандары булған Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды һәм:

– Бөгөн Исраилдың бер ырыуы юҡ булды, – тип әсенде. –
7Уларҙың иҫән ҡалғандары өсөн ҡайҙан кәләш табабыҙ? Беҙ бит үҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға ҡатынлыҡҡа бирмәҫкә Раббының исеме менән ант иттек.

8Шунан улар бер-береһенән:

– Исраил ырыуҙарынан Раббы алдына Миспаға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораша башланылар.

Шунда Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән һис кем тупламға йыйынға килмәгәне мәғлүм булды,
9сөнки халыҡты барлағанда, Ғилғәд Явешынан берәү ҙә юҡ ине. 10Исраил йәмғиәте Ғилғәд Явешына ун ике мең яугирҙе юлланы һәм уларға:

– Барығыҙ, Ғилғәд Явешы кешеләрен ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағалары менән бергә ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо.
11– Бына нимә эшләгеҙ: һәр ир-атты һәм ир татыған ҡатынды, харам ҡылып, юҡ итегеҙ.

12Яугирҙәр, Ғилғәд Явешында ир-ат татымаған дүрт йөҙ ғиффәтле ҡыҙҙы табып, уларҙы Ҡәнғән ерендәге Шилоға тупламға алып килделәр.

13Тотош йәмғиәт Риммон ҡаяһындағы Бинйәмин яугирҙәренә хәбәр ебәреп, тыныслыҡ иғлан итте. 14Бинйәмин яугирҙәре өйҙәренә ҡайтты, һәм исраилдар уларға Ғилғәд Явешының тере ҡалдырылған ҡыҙҙарын кәләш итеп бирҙе. Ләкин ҡыҙҙар етмәй булып сыҡты.

15Халыҡ Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды, сөнки Раббы Исраил ырыуҙарын бөтөн килеш һаҡламаны. 16Халыҡтың аҡһаҡалдары:

– Ҡалған Бинйәмин улдарына ҡайҙан кәләш табып бирәбеҙ? Уларҙың ырыуынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡырылып бөттө бит, – тинеләр.
17– Биләмә итеп бирелгән ер, әйҙә, Бинйәмин ырыуында ҡалһын. Исраилдың бер ырыуы ла ҡоромаһын! 18Ләкин беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға кәләш итеп бирә алмайбыҙ, сөнки Исраил халҡы: «Бинйәмингә кәләш биргән кешегә ҡарғыш төшһөн», – тип ант итте.

19Улар:

– Бына Шило ҡалаһында йыл да Раббы байрамы була бит. Был Бейт-Илдән төньяҡтараҡ, Бейт-Илдән Шәхәмгә бара торған юлдан көнсығышта һәм Левонанан көньяҡтараҡ, – тинеләр.

20Бинйәмин егеттәренә:

– Барығыҙ ҙа йөҙөм баҡсаларында йәшенеп тороғоҙ.
21Шило ҡыҙҙары күмәкләшеп бейергә төшһә, йүгереп сығығыҙ ҙа, һәр ҡайһығыҙ үҙегеҙгә кәләшлеккә берәй ҡыҙ эләктерә һалып, Бинйәмин еренә ҡайтығыҙ. 22Аталары йә ағалары ялыу менән килһә, беҙ: «Беҙҙең хаҡҡа уларҙы ғәфү итегеҙ инде. Беҙ уларҙың һәр ҡайһыһын һуғышта кәләшле итә алманыҡ. Ә һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы уларға үҙегеҙ бирмәгәс, был эштә һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ», – тип әйтербеҙ.

23Бинйәминдәр шулай эшләне. Улар, күмәк бейеүҙә ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙы урлап, үҙ биләмәләренә кәләш итеп алып ҡайтты. Шунда ҡалаларын ҡабат төҙөп, йәшәй башланылар.

24Исраилдар ҙа өйҙәренә таралышты, һәр береһе үҙ ырыуына, үҙ нәҫеленә әйләнеп ҡайтты – барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты.

25Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине: һәр кем нисек дөрөҫ тип тапһа, шулай эшләй торғайны.

Copyright information for BakIBT2023