‏ Judges 4

Девора

1Эһуд вафат булғас, Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы. 2Раббы уларҙы Хасорҙа батшалыҡ иткән Ҡәнғән батшаһы Явин ҡулына тапшырҙы. Харошәҫ-Һаггоимда ғүмер һөргән Сисера уның ғәскәр башлығы ине. 3Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.

4Ул саҡта Исраилда Лаппидоҫтың ҡатыны Девора пәйғәмбәр хаким ине. 5Ул Әфраим таулығында Рама менән Бейт-Ил ҡалалары араһында үҫкән Девора хөрмәһе аҫтында ултырыр, үҙенә килгән исраилдарҙың дәғүәләрен хәл итер булды.

6Девора бер көндө, кеше ебәреп, Нафтали ырыуы биләмәһендәге Ҡәдәш ҡалаһынан Авиноғам улы Бараҡты саҡыртып алды:

– Исраилдың Аллаһы Раббы һиңә былай тип бойора: «Үҙең менән Нафтали һәм Зевулун ырыуҙарынан ун мең кеше алып, Тавор тауына менеп баҫ.
7Явиндың ғәскәр башлығы Сисераны Мин яу арбалары һәм күп һанлы ғәскәре менән алдыңа, Ҡишон йылғаһына алып килеп, һинең ҡулыңа тапшырырмын».

8Бараҡ Девораға:

– Әгәр һин минең менән барһаң, барам, һин бармаһаң, бармайым, – тине.

9– Барыуын-барырмын, – тип яуапланы Девора. – Тик шуны ла бел: был юл һиңә дан килтермәйәсәк, сөнки Раббы Сисераны ҡатын кешенең ҡулына тапшырасаҡ.

Шулай итеп, Девора Бараҡ менән бергә Ҡәдәшкә йүнәлде.
10Бараҡ Зевулун һәм Нафтали ырыуы кешеләрен Ҡәдәшкә барырға саҡырҙы. Уның артынан ун мең кеше эйәрҙе. Девора ла улар менән барҙы.

11Шул осорҙа ҡыниҙарҙан – Мусаның ҡайныһы Ховавтың нәҫеленән – Хәвәр тигән кеше, ырыуҙаштарынан айырылып, сатырын Ҡәдәш эргәһендә, Сағананнимдағы ҙур имән төбөндә ҡорғайны.

12Сисераға Авиноғам улы Бараҡтың Тавор тауына күтәрелеүен еткерҙеләр. 13Сисера бөтә яу арбаларын – туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһын – алып, үҙенең бөтә ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимдан Ҡишон йылғаһы буйына йүнәлтте. 14Девора Бараҡҡа былай тине:

– Әйҙә, алға! Раббы Сисераны һинең ҡулыңа тапшыра торған көн был. Раббы Үҙе һинең алдан бара!

Бараҡ ун мең кешелек ғәскәре менән Тавор тауынан төштө.
15Бараҡ һөжүм иткәс, Раббы Сисераға, яу арбаларындағы һуғышсыларға, бөтә яугирҙәргә дәһшәт һалды. Сисера, яу арбаһынан төшә һалып, йәйәү ҡасып ҡотолдо. 16Бараҡ дошмандың яу арбаларын һәм ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимғаса баҫтырҙы. Сисераның бөтә яугирҙәре ҡылыстан үткәрелде, бер кешеһе лә ҡалманы.

17Сисера үҙе йәйәү ҡасып, ҡыни Хәвәрҙең ҡатыны Яғылдың сатырына килеп керҙе, сөнки Хасор батшаһы Явин менән ҡыни Хәвәр нәҫеле татыу ине. 18Яғыл Сисераны ҡаршы алып:

– Ин, әфәндем, ин беҙгә, ҡурҡма, – тине.

Сисера эскә инде һәм Яғыл уның өҫтөнә балаҫ ябып ҡуйҙы.
19Сисера унан:

– Әҙерәк һыу бир әле, һыуһаным, – тип һораны.

Яғыл, һөтлө турһыҡты сисеп, уға һөт эсерҙе лә йәнә балаҫты уның өҫтөнә ябып ҡуйҙы.

20– Сатыр ауыҙына сығып тор, – тине Сисера Яғылға. – Килеп: «Унда берәйһе бармы?» – тип һораһалар, «Юҡ», – тип әйтерһең.

21Хәвәрҙең ҡатыны Яғыл, бер ҡулына сатырҙың осло ҡаҙығын, икенсе ҡулына сүкеш алып, һиҙҙермәй генә Сисераның янына килде лә ҡаҙыҡты тегенең сикәһенән ергә ҡуша ҡаҙаны. Сисера был мәл арыуҙан йоҡлай ине. Ана шулай үлде Сисера.

22Яғыл Сисераны баҫтырып килгән Бараҡҡа ҡаршы сығып:

– Әйҙә ин, һин эҙләгән кешене күрһәтәм, – тине.

Бараҡ сатырға инде. Ҡараһа, Сисера үлеп ята, сикәһенә ҡаҙыҡ ҡаҙалған.

23Алла ул көндө Ҡәнғән батшаһы Явинды Исраил халҡына буйһонорға мәжбүр итте. 24Исраил халҡы ҡыҫырыҡлағандан-ҡыҫырыҡлай барып, Ҡәнғән батшаһы Явинды бөтөнләй юҡ итте.

Copyright information for BakIBT2023