‏ Judges 5

Девораның йыры

1Шул көндө Девора менән Авиноғам улы Бараҡ ошо йырҙы йырланы:

2«Исраил башлыҡтары юл башлағанға,
Халыҡ үҙ теләге менән эйәргәнгә
Раббы мөбәрәк булһын!
3Ишетегеҙ, батшалар!
Ҡолаҡ һалығыҙ, хакимдар!
Мин Раббыға дан йырлайым,
Исраил Аллаһы Раббы хаҡында көйләйем.

4Һин, Раббым, Сеғирҙан сыҡҡанда,
Эдом иленән килгәндә,
Ер тетрәнде,
Күктән ямғыр ҡойҙо –
Болоттар һыу булып аҡты.
5Синай Раббыһы, Исраил Аллаһы Раббы алдында
Тауҙар ҡалтырап торҙо.

6Ғанаҫ улы Шамгар дәүерендә,
Яғыл заманында юлдар бушап ҡалды,
Юлсы урауҙан йөрөргә мәжбүр булды,
7Исраилдың етәкселәре ҡалманы.
Шулай булды һин, Девора,
Исраилдың әсәһе, күтәрелгәнсе!
8Яңы илаһтар һайлағас,
Һуғыш ҡала ҡапҡаһы алдына килде.
Шул саҡ ҡырҡ меңлек Исраил халҡы ҡулында
Ҡалҡан да, һөңгө лә күренмәне.
9Күңелем Исраилдың ғәскәр башлыҡтары,
Үҙ теләге менән яуға күтәрелгән халыҡ менән!
Раббы мөбәрәк булһын!

10Аҡ ишәктәргә атланып,
Келәм өҫтөнә ултырып йөрөгәндәр,
Юлдарҙан йәйәүләп барыусылар,
Маҡтау йырлағыҙ!
11Ҡоҙоҡ янында һыу биреүселәр тауышы:
Унда Раббының еңеүҙәре,
Исраил башлыҡтары еңеүҙәре тураһында йырлайҙар.

Шул саҡ Раббы халҡы ҡапҡаларға ынтылды.
12Ҡалҡ, Девора, ҡалҡ!
Ҡалҡ та йырла!
Тор, Бараҡ!
Әсирҙәреңде алып кит, Авиноғам улы!
13Тере ҡалғандар шунда баһадирҙар янына килде,
Раббы халҡы Уның янына йыйылды –
Һуғышсылар килде!
14Әфраимдан Ғәмәлек еренә ереккәндәр килде,
Һинең артыңдан, Бинйәмин, һинең халҡың араһында!
Махир нәҫеленән килде ғәскәр башлыҡтары,
Зевулундан – хакимлыҡ таяғын тотҡандар.
15Исасхар башлыҡтары – Девора менән!
Исасхар Бараҡҡа тоғро –
Уның артынан үҙәнгә һөжүм итте!
Рәүвән ырыуы иһә тәрән уйҙа.
16Ниңә һин, Рәүвән, һарыҡ аҙбарҙары араһында
Һыбыҙғы көйө тыңлап ултыраһың?
Эйе, Рәүвән ырыуы уйға батҡан!
17Ғилғәд халҡы Иордан йылғаһы аръяғында йәшәп ҡалды,
Дан үҙ караптары эргәһендә тотҡарланды,
Ашер диңгеҙ ярында, ҡултыҡтар буйында урынлашты.
18Ә Зевулун ғәскәре үлемдән ҡурҡманы,
Йәнен аяманы Нафтали улдары яу ҡырында.

19Бына батшалар алышҡа сыҡты,
Тағанахта, Мегиддо һыуҙары янында
Ҡәнғән батшалары һуғышты,
Тик уларға көмөш тәтемәне!
20Күктән йондоҙҙар ҙа һуғышты,
Үҙ юлдарында йөрөп, Сисера менән көрәште!
21 22Һепереп ташланы дошманды Ҡишон йылғаһы,
Боронғо йылға. Ҡишон йылғаһы.
Ат тояҡтары яңғырай,
Айғырҙары ҡуш аяҡлап саба!
Эй йәнем, көс-ҡеүәт менән алға ынтыл!

23„Мероз ҡалаһын ләғнәтлә! – тине Раббы фәрештәһе. –
Унда йәшәүселәрҙе ҡарға!
Улар Раббыға ярҙамға килмәнеләр.
Баһадирҙарға ҡаршы алышҡа
Ярҙамға килмәнеләр Раббыға“.

24Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Яғылға,
Ҡыни ырыуынан Хәвәрҙең ҡатынына шөкөр.
Сатырҙарҙа йәшәгән ҡатындар араһында
Ул иң фатихалы булһын.
25Һыу һорағас, һөт килтерҙе,
Затлыларға лайыҡлы һауытта тәмле һөт.
26Ҡулын ул сатыр ҡаҙығына һуҙҙы,
Икенсе ҡулына сүкеш алып,
Сисераға ҡундырҙы!
Уның башын һуғып ярҙы,
Сикәһен тишеп ебәрҙе.
27Яғылдың аяҡ аҫтына ауҙы Сисера,
Ергә йығылды.
Ҡайҙа йығылһа, шунда йән бирҙе.

28Сисераның әсәһе тәҙрәнән тышҡа ҡарай,
Күҙҙәрен ала алмай илай-һамаҡлай:
„Ниңә уның яу арбалары һаман күренмәй,
Тояҡ тауыштары ишетелмәй?“
29Һарайҙың зирәк ҡатындары яуап ҡайтара,
Үҙе лә улар әйткәненә ышана:
30„Моғайын, улар яумал йыя, бүлешәлер,
Һәр яугиргә – берәр, ә бәлки, икешәр ҡыҙ.
Сисераға биҙәкле туҡымалар,
Сағыу сигеүле туҡымалар,
Әсирҙән систереп алған
Биҙәкле матур кейемдәр“.

31Эй Раббым! Дошмандарың барыһы
Ошо рәүешле ҡырылһын!
Ә Һине яратҡандар көскә тулышып
Ҡалҡып килгән ҡояш һымаҡ булһын!»

Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты.

Copyright information for BakIBT2023