‏ Judges 7

Гидғондың мидйәндәрҙе еңеүе

1Йеруббәғел, йәғни Гидғон, һәм уның менән бергә булған бар халыҡ, таңдан тороп, Харод инеше буйына туплам булып урынлашты. Мидйәндәр тупламы уларҙан төньяҡтараҡ, Море тауы янында, үҙәндә ине.

2– Яугирҙәрең артыҡ күп, – тине Раббы Гидғонға. – Мин мидйәндәрҙе уларҙың ҡулына бирмәйем, юҡһа исраилдар Минең алдымда: «Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡотҡарҙыҡ», – тип маһайыр. 3Халыҡҡа иғлан ит: кем дә кем ҡурҡып ҡалтырай, Ғилғәд тауын ташлап ҡайтып китһен!

Шунан егерме ике мең яугир ҡайтып китте, ун мең кеше ҡалды.

4Раббы Гидғонға:

– Кеше һаман да күп әле. Ҡалғандарҙы һыу буйына алып төш, шунда Мин уларҙы һиңә һайлап бирермен. «Был һинең менән барыр», – тип әйткәнем һинең менән барыр, «Был һинең менән бармаҫ», – тигәнем һинең менән бармаҫ.

5Гидғон халыҡты һыу буйына алып төштө. Раббы уға былай тине:

– Кем дә кем һыуҙы эт һымаҡ теле менән ялап эсә, шуны айырым ҡуй, шулай уҡ тубыҡланып эскәндәрҙе лә айырым баҫтыр.

6Һыуҙы усынан ялап эскәндәр өс йөҙ кеше ине. Ҡалғандары һыуҙы теҙләнеп эсте.

7Раббы Гидғонға былай тине:

– Мин һеҙҙе һыуҙы эт һымаҡ эскән өс йөҙ кеше менән ҡотҡарырмын һәм мидйәндәрҙе ҡулығыҙға тапшырырмын. Ҡалғандары иһә өйҙәренә таралһын.

8Гидғон өс йөҙ кешене генә алып ҡалды ла, ҡалған исраилдарҙы сатырҙарына ҡайтарып ебәрҙе. Был өс йөҙ кеше ҡайтып киткәндәрҙең ашамлығын һәм мөгөҙ борғоларын алып ҡалды.

Мидйәндәрҙең тупламы аҫта, үҙәндә ине.

9Шул төндө Раббы Гидғонға:

– Бар, мидйәндәр тупламына һөжүм ит. Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. –
10Бер үҙең төшөргә ҡурҡһаң, үҙең менән хеҙмәтсең Пураны ал. 11Унда нимә һөйләшкәндәрен ишетерһең, шул саҡта рухың нығыр, һәм һин тупламға һөжүм итерһең.

Гидғон хеҙмәтсеһе Пура менән тупламдағы ҡораллы һаҡсылар эргәһенә төштө.
12Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ. 13Гидғон яҡыныраҡ килде лә ҡолаҡ һалды. Бына бер кеше икенсеһенә төшөн һөйләй:

– Бер төш күрҙем, – ти. – Арпа ононан бешерелгән бер йоморо икмәк мидйәндәр тупламы буйлап тәгәрәп йөрөй, имеш. Шунан ул сатырға килеп бәрелде лә, уны ауҙара һуҡты. Сатыр таралып төштө.

14Тыңлап ултырғаны уға:

– Был, моғайын, Исраилдан Йоаш улы Гидғондың ҡылысылыр. Алла мидйәндәр менән уларҙың тупламын уның ҡулына тапшыра булыр.

15Гидғон, һөйләгән төштө һәм уны юрауҙы ишетеп, Раббыға сәждә ҡылды ла исраилдар тупламына әйләнеп ҡайтты һәм:

– Тороғоҙ, Раббы мидйәндәр тупламын һеҙҙең ҡулға тапшыра, – тине.

16Өс йөҙ кешене өскә бүлеп, уларҙың һәр береһенең ҡулына мөгөҙ борғо һәм буш балсыҡ көршәк тотторҙо, көршәк эсенә яҡтыртҡыстар ҡуйҙырҙы. 17Уларға:

– Миңә ҡарағыҙ ҙа, нимә эшләһәм, шуны эшләгеҙ, – тине. – Дошман тупламы янына килеп еткәс, һеҙ мин нимә эшләйем, шуны эшләгеҙ.
18Мин һәм минең янымдағылар борғо ҡысҡырта башлаһаҡ, һеҙ ҙә, тупламды уратып, борғо ҡысҡыртығыҙ ҙа: «Раббы һәм Гидғон өсөн!» – тип ҡысҡырығыҙ.

19Төн уртаһында, дошман тупламында һаҡсылар алмашынғандан һуң, Гидғон һәм уның менән йөҙ кеше тупламға яҡынлашты. Улар мөгөҙ борғоларын ҡысҡырта, ҡулдарындағы көршәктәрен вата башланы. 20Өс төркөм дә борғо ҡысҡыртырға тотондо, көршәктәрен бәреп ватты! Һул ҡулдарына яҡтыртҡыстарын, уң ҡулдарына мөгөҙ борғоларын тотҡандар: «Раббы өсөн, Гидғон өсөн ҡылыс!» – тип һөрәнләне.

21Тупламды уратып баҫтылар, һәр береһе үҙ урынында торҙо. Ә тупламдағылар йүгерешә, ҡысҡырыша башланы һәм ҡасырға кереште. 22Өс йөҙ кеше борғо ҡысҡыртҡан арала Раббы бөтә тупламдағыларҙың ҡылысын бер-береһенә ҡаршы йүнәлтте. Шунан мидйән ғәскәрҙәре Серераға табан – Бейт-Һашиттаға табан ҡасырға тотондо. Улар Таббаҫ эргәһендәге Авел-Мехола ҡалаһының сигенә еткәнсе ҡасты. 23Нафтали, Ашер һәм бөтә Менашше ырыуынан саҡырылған исраилдар мидйәндәр артынан ҡыуа төштө. 24Гидғон иһә бөтә Әфраим таулығына илселәр ебәрҙе:

– Тауҙарығыҙҙан төшөп мидйәндәргә ҡаршы сығығыҙ. Бейт-Бараға тиклем Иордан буйҙарын ҡулда тотоғоҙ!

Бөтә әфраимдар, йыйылып, Иордан буйҙарын Бейт-Бараға тиклем ҡулда тотто.
25Мидйәндәрҙең Ғорев һәм Зеев исемле ике башлығын тотоп, Ғоревты – Ғорев ҡаяһында, Зеевты Зеев йөҙөм һыҡҡысында үлтерҙеләр һәм артабан мидйәндәрҙе ҡыуа киттеләр. Ғорев менән Зеевтың баштарын Иордан аръяғынан Гидғонға алып килеп бирҙеләр.

Copyright information for BakIBT2023