‏ Judges 8

Гидғондың Зәвах менән Салмуннағты үлтереүе

1Әфраимдар:

– Ниңә мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа сыҡҡаныңда беҙҙе саҡырманың? – тип Гидғонға ныҡ үпкәләнеләр.

2Гидғон уларға:

– Һеҙҙең эшегеҙ менән сағыштырғанда, минең эшем нимә генә ул? – тип ҡаршы төштө. – Әфраим йыйған ҡалдыҡ йөҙөм Авиғәзәрҙең бөтә йөҙөм уңышынан артығыраҡ түгелме?
3Мидйән башлыҡтары Ғорев менән Зеевты Алла һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, һеҙҙең менән сағыштырғанда, мин ул тиклем нимә эшләй алдым?

Гидғон шулай тигәндән һуң, уларҙың асыуы баҫылды.

4Гидғон өс йөҙ кешеһе менән Иордан буйына килеп, йылғаны аша сыҡты. Улар хәлдән тайған булһалар ҙа, дошманды баҫтырыуҙарын дауам итте.

5Гидғон Суккоҫ халҡына:

– Минең кешеләремә икмәк бирегеҙ әле, улар бик арыған, – тине. – Беҙ Мидйән батшалары Зәвах менән Салмуннағты эҙәрләп китеп барабыҙ.

6Әммә Суккоҫ түрәләре:

– Һинең ғәскәреңде нимә тип ашатайыҡ беҙ? Ә һин Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрҙөңмө әле? – тип яуап ҡайтарҙы.

7– Раббы Зәвах менән Салмуннағты минең ҡулға тапшырғандан һуң, һеҙҙе сәнскеле ҡыуаҡ сыбығы менән һуҡтырасаҡмын, – тине Гидғон.

8Бынан ул Пенуилға китте һәм унда йәшәүселәргә лә шул уҡ үтенес менән мөрәжәғәт итте. Пенуил халҡы ла Суккоҫ кешеләре һымаҡ яуап бирҙе.

9Гидғон Пенуил кешеләренә:

– Еңеп ҡайтҡандан һуң, был манарағыҙҙы емерәм, – тип әйтеп китте.

10Зәвах һәм Салмуннағ ун биш меңлек ғәскәр менән Ҡарҡорҙа ине. Көнсығыш халыҡтары ғәскәренән йөҙ егерме мең һуғышсы һәләк булып, ошо хәтле генә яугир ҡалғайны. 11Гидғон Новах менән Йогбеһаның көнсығышындағы күсмә халыҡтар юлынан барып, тупламда вайымһыҙ йөрөп ятҡан дошман ғәскәренә һөжүм итте. 12Зәвах менән Салмуннағ ҡасып китте, Гидғон иһә улар артынан ҡыуа төштө. Ул Мидйән батшаларының икеһен дә ҡулға алып, бөтә ғәскәрҙең ҡотон осорҙо.

13Йоаш улы Гидғон Хәрәс тарлауығы буйлап һуғыштан ҡайтып килешләй, 14Суккоҫта йәшәгән бер йәш егетте тотоп алды ла, унан Суккоҫ түрәләре менән аҡһаҡалдары тураһында һораны. Егет етмеш ете кешенең исемен яҙҙырҙы. 15Шунан Гидғон, Суккоҫ халҡына килеп:

– Бына Зәвах менән Салмуннағ! Ә һеҙ: «Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрмәгәс, беҙ һинең хәлдән тайған кешеләреңде ниңә ашатайыҡ?» – тип минән көлгәйнегеҙ.

16Ул ҡаланың аҡһаҡалдарын ҡулға алырға бойорҙо, ҡала кешеләрен сәнскеле ҡыуаҡ сыбығы менән һуҡтырҙы. 17Пенуилдағы манараны емереп, ҡалала йәшәүселәрҙе ҡырып ташланы.

18Зәвах менән Салмуннағтан:

– Һеҙ Таворҙа үлтергән кешеләр ниндәй ине? – тип һораны.

Тегеләр:

– Улар һиңә оҡшаған, ҡиәфәттәре менән батша улдары һымаҡ ине, – тип яуап ҡайтарҙы.

19Гидғон:

– Улар минең бер туғандарым, әсәйемдең улдары ине. Тере Раббы шаһит: әгәр ҙә һеҙ уларҙы иҫән ҡалдырған булһағыҙ, мин һеҙҙе үлтермәҫ инем, – тине.

20Унан баш балаһы Йәҫәргә:

– Бар, уларҙы үлтер, – тине.

Ләкин егет ҡылысын сығарманы, сөнки, әле йәш булғанлыҡтан, ҡурҡа ине.
21Зәвах менән Салмуннағ:

– Һин беҙҙе үҙең үлтер. Кеше ниндәй, уның көсө лә шундай, – тине.

Гидғон Зәвах менән Салмуннағты үлтерҙе, шунан уларҙың дөйәләренең муйынындағы ярым ай рәүешендәге биҙәүестәрҙе һалдырып алды.

22Исраилдар Гидғонға:

– Беҙгә хакимлыҡ ит, артабан һинең улың, унан улыңдың улы хакимлыҡ итер, сөнки һин беҙҙе мидйәндәр ҡулынан ҡотҡарҙың, – тине.

23Гидғон уларға:

– Мин һеҙгә хакимлыҡ итмәйем, минең улым да хакимлыҡ итмәйәсәк: һеҙгә Раббы хакимлыҡ итер, – тине.

24Шунан:

– Бер генә нәмә һорайым, һәр берегеҙ миңә үҙ яумалығыҙҙан берәр һырға бирһен, – тине.

Сөнки дошмандары – исмәғилдәр – алтын һырға тағып йөрөй ине.

25Исраилдар:

– Бирәбеҙ-бирәбеҙ, – тип ергә кейем йәйеп һалды ла һәр береһе үҙ яумалынан берәр һырға ырғытты.
26Ул һорап алған алтын һырғаларҙың ауырлығы, ярым ай рәүешендәге биҙәүестәрҙән, мунсаҡтарҙан һәм Мидйән батшаларының ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемдәренән һәм уларҙың дөйәләренең муйынынан сисеп алынған алтын биҙәүестәрҙән тыш, бер мең ете йөҙ алтын шекел ине. 27Гидғон был алтындан эфод
Эфод – Алланан кәңәш һорағанда ҡулланыла торған әйбер.
эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды.

28Мидйәндәр ана шулай Исраил халҡына буйһондо, башҡаса баш күтәрмәне. Гидғон хакимлыҡ иткән заманда илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты.

Гидғондың вафаты

29Йоаш улы Йеруббәғел ҡайтып үҙ йортонда ғүмер итте. 30Уның етмеш улы бар ине, сөнки ҡатындары күп булды. 31Шулай уҡ Шәхәмдә йәшәгән йәриәһе лә уға малай табып бирҙе. Гидғон был улына Авимәләх тип исем ҡушты.

32Йоаш улы Гидғон бик ҡартайып үлде һәм Авиғәзәр нәҫеле йәшәгән Ғофрала атаһы Йоаштың төрбәһендә дәфен ҡылынды.

33Гидғон үлгәс, Исраил халҡы йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бәғелдәргә табына башланы һәм үҙҙәренә илаһ итеп Бәғел-Бериҫты эшләп ҡуйҙы. 34Исраил халҡы үҙҙәрен уратып алған барса дошмандарынан ҡотҡарған Аллалары Раббыны иҫкә лә төшөрмәне. 35Шулай уҡ Йеруббәғел, йәғни Гидғон йортона ла, уның күрһәткән яҡшылыҡтарына ҡарамай, тоғролоҡ һаҡламанылар.

Copyright information for BakIBT2023