‏ Judges 9

Авимәләх

1Йеруббәғел улы Авимәләх, Шәхәмгә үҙ әсәһенең туғандарына барып, уларға һәм уларҙың бөтә нәҫеленә былай тине:

2– Бөтә Шәхәм кешеләренә шуны еткерегеҙ: һеҙгә Йеруббәғелдең бөтә етмеш улы хужа булыуы хәйерлерәкме, әллә берәүһеме? Онотмағыҙ, мин һеҙҙең менән бер тән, бер йәнмен.

3Әсәһенең туғандары был һүҙҙәрҙе Шәхәм халҡына еткерҙе һәм улар Авимәләхте яҡлауҙы хуп күрҙе.

– Ул бит беҙҙең туғаныбыҙ, – тинеләр.
4Шунан уға Бәғел-Бериҫ ҡорамынан етмеш шекел көмөш бирҙеләр. Авимәләх был аҡсаға эшһеҙ йөрөгән һәр төрлө әтрәгәләмде йыйып, үҙ артынан эйәртте. 5Ул Ғофраға – атаһының йортона килде һәм бер таш өҫтөндә үҙенең бөтә ағай-энеһен, Йеруббәғелдең етмеш улын, үлтерҙе. Йеруббәғелдең иң кесе улы Йоҫам ғына иҫән ҡалды – йәшеренеп өлгөргәйне.

6Бөтә Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡы, йыйылышып, Шәхәмдәге таш бағана эргәһендәге имән төбөндә Авимәләхте батша тип иғлан итте.

7Йоҫам, был хаҡта ишеткәс, Геризим тауының башына менеп баҫты ла көслө тауыш менән халыҡҡа былай тип ҡысҡырҙы:

– Тыңлағыҙ мине, Шәхәм кешеләре, шул сағында һеҙҙе Алла ла ишетер!
8Бер заман ағастар үҙҙәренә батша ҡуйырға булған. Улар зәйтүн ағасына: «Беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. 9Зәйтүн ағасы уларға: «Мин илаһтарҙы һәм кешеләрҙе ҙурлай торған майымды бирмәйенсә, башҡа ағастар өҫтөнән ботаҡ һелкетеп торайыммы?» – тигән, ти. 10Шунан ағастар инжиргә: «Әйҙә, һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. 11Инжир ағасы уларға: «Мин татлы һәм күркәм емеш биреүҙән туҡтап, башҡа ағастар өҫтөнән ботаҡ һелкетеп торайыммы?» – тигән. 12Ағастар йөҙөм ағасына: «Һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. 13Йөҙөм ағасы уларға: «Илаһтарҙың һәм кешеләрҙең күңелен аса торған һутымды биреүҙән туҡтап, башҡа ағастар өҫтөнән тәлгәштәремде һелкетеп торайыммы?» – тигән.

14Аҙаҡ килеп, бөтә ағастар күгән ҡыуағына: «Әйҙә, һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. 15Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән.

16Шулай итеп, ҡарағыҙ, һеҙ Авимәләхте батша итеп ҡуйып, дөрөҫ һәм ғәҙел эшләнегеҙме? Һеҙ Йеруббәғелгә һәм уның нәҫеленә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарҙығыҙмы? Уның эштәренә лайыҡ эш ҡылдығыҙмы? 17Атайым һеҙҙең өсөн яу сапты, ғүмерен аяманы, һеҙҙе мидйәндәр ҡулынан ҡотҡарҙы. 18Ә һеҙ хәҙер килеп атайымдың нәҫеленә ҡаршы сыҡтығыҙ, бер таш өҫтөндә уның етмеш улын үлтерҙегеҙ һәм туғанығыҙ булған өсөн уның ҡол ҡатынының улы Авимәләхте Шәхәм кешеләренә батша итеп ҡуйҙығыҙ. 19Әгәр ҙә һеҙ бөгөн Йеруббәғел менән уның нәҫеленә дөрөҫ һәм ғәҙел эш ҡылған булһағыҙ, әйҙә, Авимәләх өсөн шатланығыҙ, ул да һеҙҙең өсөн шатланһын. 20Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон.

21Шунан һуң Йоҫам ҡасып китте, ағаһы Авимәләхтән йәшенеп, Беерға барып төпләнде.

22Авимәләх Исраилда өс йыл хакимлыҡ итте. 23Алла Авимәләх менән Шәхәм кешеләре араһына яуыз рух ебәрҙе, һәм Шәхәм кешеләре Авимәләхкә хыянат итте. 24Быны Алла Йеруббәғелдең етмеш улы өсөн үс алынһын һәм уларҙың ҡанының ҡоһоро ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә һәм уға ағай-энеһен үлтерергә ярҙам иткән Шәхәм кешеләренә төшһөн өсөн эшләне. 25Шәхәм кешеләре, Авимәләхте дошман күргәнлектән, тау баштарында боҫҡондар
Боҫҡон – руссаһы: засада.
ҡора торған булды. Улар юлдан үтеп барған һәр кемде таланы. Был хаҡта Авимәләхкә хәбәр иттеләр.

26Ғәвәд улы Ғағал ағай-энеләре менән Шәхәмгә күсеп килде. Ул Шәхәм халҡының ышанысын ҡаҙанды. 27Шәхәмдәр яланға баҡсаларға барып йөҙөм йыйҙы, уны һығып, байрам ойошторҙо, үҙ илаһтарының йортонда ултырып ашаны-эсте һәм Авимәләхте һүкте. 28Ғәвәд улы Ғағал уларға:

– Авимәләх кем ул? Ә Шәхәм халҡы кем? Нишләп беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итергә тейеш? Ул Йеруббәғелдең улы һәм уның баш яраны Зевул түгелме? Әйҙәгеҙ, Шәхәмдең атаһы Хамор тоҡомона хеҙмәт итәйек! Ниңә беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итәбеҙ?
29Әгәр ҙә был халыҡ минең ҡул аҫтымда булһа, мин Авимәләхте ҡыуып ебәрер инем! – тине.

Шунан Ғағал Авимәләхкә:

– Ғәскәреңде йый ҙа алышҡа сыҡ, – тип һүҙ ташланы.

30Ҡала башлығы Зевул, Ғәвәд улы Ғағалдың һүҙҙәрен ишетеп, бик асыуланды. 31Ул йәшерен рәүештә Авимәләхкә сапҡын ебәреп: «Ғәвәд улы Ғағал һәм уның ағай-энеһе Шәхәмгә килеп ҡаланы һиңә ҡаршы ҡоторта, – тип хәбәр итте. 32– Төндә кил дә үҙеңдең кешеләрең менән ҡырҙа боҫҡон ҡор. 33Ә иртәнсәк ҡояш сығыр-сыҡмаҫтан ҡалаға һөжүм ит. Ғалғал янындағы кешеләре менән һиңә ҡаршы сығыр ҙа уның менән ҡулыңдан килгәнде эшлә».

34Авимәләх төндә ғәскәре менән юлға сыҡты. Улар, дүрт төркөмгә бүленеп, Шәхәм эргәһендә боҫҡон булып урынлашты. 35Иртәнсәк, Ғәвәд улы Ғағал ҡала ҡапҡаһы янында баҫып торғанда, Авимәләх үҙенең һуғышсылары менән йәшенгән еренән сыҡты. 36Ғағал, уларҙы күреп, Зевулға:

– Ҡара әле, тау баштарынан кешеләр төшөп килә, – тине.

– Ҡуйһаңсы, – тине Зевул. – Һиңә тауҙарҙың күләгәһе кеше булып күренә торғандыр.

37Әммә Ғағал йәнә:

– Ҡара, Ер кендегенән
Ер кендеге – моғайын, был Геризим тауына һәм ундағы изге урынға ҡарайҙыр.
кешеләр төшөп килә! Тағы бер төркөм Күрәҙәселәр имәне яғынан килә ята, – тине.

38Шул саҡ Зевул:

– «Беҙ уға хеҙмәт итергә, кем ул Авимәләх?» тип әйткән телең ҡайҙа? Һин һанға һуҡмаған кешеләр инде был. Хәҙер сыҡ та уға ҡаршы һуғыш, – тине.

39Шәхәм халҡы Ғағал етәксегендә Авимәләхкә ҡаршы алышҡа сыҡты. 40Авимәләх уларҙы ҡасырға мәжбүр итте һәм ҡала ҡапҡаһына еткәнсе баҫтырып барҙы, күптәр үлтерелде.

41Авимәләх Арумала урынлашты, ә Зевул Ғағалды һәм уның ағай-энеһен Шәхәмдән ҡыуып сығарҙы.

42Иртәгәһенә Шәхәм халҡы үҙ эштәре менән ҡырға сығырға йыйынды. Был хаҡта Авимәләхкә еткерҙеләр. 43Ғәскәрен өс төркөмгә бүлеп, Авимәләх уларға ҡырҙа йәшенеп торорға бойорҙо. Халыҡтың ҡаланан сыҡҡанын күреп, уларға һөжүм итте һәм үлтереп бөттө. 44Авимәләх етәкселек иткән төркөм ҡала ҡапҡаһы янындағы урынды ҡулға төшөрөргә ашыҡты, ҡалған ике төркөм, ҡырҙағы кешеләргә һөжүм итеп, уларҙы ҡырып ташланы. 45Авимәләх Шәхәм халҡы менән көнө буйы һуғышты. Ул ҡаланы яулап алды һәм унда йәшәүселәрҙе ҡырып бөтөрҙө. Ҡаланы иһә емерҙе һәм уның тупрағына тоҙ һипте.

46Был хаҡта ишеткәс, Шәхәм манараһындағы халыҡ Эл-Бериҫ ғибәҙәтханаһының нығытмаһына инеп йәшенде. 47Авимәләхкә Шәхәм манараһындағы бөтә кешеләрҙең шунда йыйылыуы хаҡында хәбәр иттеләр. 48Авимәләх ғәскәре менән Салмон тауына табан йүнәлде. Балта алып, ағас ботаҡтары ҡырҡҡыланы ла, иңбашына һалып, үҙе менән булған яугирҙәргә:

– Минең нимә эшләгәнемде күрҙегеҙме? Һеҙ ҙә тиҙерәк шулай эшләгеҙ, – тине.

49Яугирҙәрҙең һәр береһе ботаҡ ҡырҡып алды һәм, Авимәләх менән бергә барып, уларҙы нығытма тирәләй өйөп һалдылар, ут төрттөләр. Шәхәм манараһында булған барлыҡ кеше – бер меңгә яҡын ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ – һәләк булды.

50Шунан Авимәләх Тевес ҡалаһына йүнәлде. Ҡаланы ҡамап, ҡулына төшөрҙө. 51Ҡала уртаһында ныҡлы бер манара бар ине. Барлыҡ ирҙәр һәм ҡатындар, бөтә ҡала кешеләре шунда инеп бикләнде һәм манараның түбәһенә менеп баҫты. 52Авимәләх, манара эргәһенә килеп, уға һөжүм итте. Ишек янына килеп, уға ут төртмәксе булғайны, 53бер ҡатын ҡул тирмәненең ташын ырғытып ебәрҙе лә Авимәләхтең башын ярҙы. 54Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла:

– Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине.

Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.
55Авимәләхтең үлгәнен күреп, исраилдар өйҙәренә таралышты.

56Атаһына ҡаршы енәйәт ҡылып, етмеш ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә Алла шулай ҡоһорон ҡайтарҙы. 57Шәхәм халҡының ҡылған яуызлыҡтарын да Алла уларҙың үҙ баштарына төшөрҙө. Шул рәүешле Йеруббәғел улы Йоҫамдың ҡарғышы бойомға ашты.

Copyright information for BakIBT2023