‏ Lamentations 2

Икенсе һыҡтау

(Алеф) 1Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы
Һәр тарафтан болот менән ҡапланы!
Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы,
Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты
Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне.
(Бейт) 2Яҡуп нәҫеле йәшәгән һәр төйәкте
Йәлләмәне бөйөк Хаким – һәләк итте.
Асыуынан Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡәлғәләрен емерҙе,
Батшалыҡты, хакимдарын мәсхәрәләп ергә йыҡты.
(Гимел) 3Ярһып, Исраилдың көс-мөгөҙөн һындырҙы.
Дошман алдында уң ҡулын уларҙың өҫтөнән алды.
Тирә-яҡты ялмап йотҡан уттай,
Яҡуп нәҫелен яндырҙы.
(Далеҫ) 4Дошман һымаҡ Ул йәйәһен кирҙе,
Уң ҡулын атырға әҙер тотто.
Күҙҙе һөйөндөргән бар нәмәне
Дошман яуы һымаҡ һәләк итте.
Асыуын Сион-ҡыҙ сатырына ут һымаҡ түкте.
(Һе) 5Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте;
Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе,
Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе.
Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы.
(Уау) 6Баҡсалағы ҡыуышты боҙоп ташлаған һымаҡ,
Раббы Үҙенең торлағын емерҙе,
Беҙ Уға ғибәҙәт ҡылырға йыйылған урынды вайран итте.
Раббы Сионда байрам һәм шәмбеләрҙе онотторҙо;
Ярһыу менән батшаны ла, ҡаһинды ла ситкә типте.
(Зайн) 7Бөйөк Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте,
Изге торлағынан баш тартты.
Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы
Дошман ҡулына тапшырҙы –
Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ,
Раббы йортонда шау-гөр киләләр.
(Хеҫ) 8Раббы Сион-ҡыҙҙың диуарҙарын емерергә ҡарар ҡылды:
Үлсәү ебен һуҙҙы, емереүҙән ҡулын тыйманы.
Инде нығытма, диуарҙар һыҡтай,
Барыһы ла харап булып ята.
(Теҫ) 9Ҡапҡалары ергә батып керҙе,
Раббы арҡыры биктәрен ҡырып һалды;
Батша менән түрәләрен
Ят ҡәүемдәр араһына таратты.
Ҡанун өйрәтелмәй; пәйғәмбәрҙәренә
Раббынан күренмеш килмәй.
(Йод) 10Баштарына саң һипкән, ҡыл кейем кейгән
Сион ҡарттары өнһөҙ-тынһыҙ ерҙә ултыра;
Йәрүсәлим ҡыҙҙары баштарын ергә эйгән.
(Каф) 11Илай-илай күҙҙәремдең нуры бөттө,
Ғазаптан туҡтауһыҙ эсем яна,
Ғәзиз халҡым ҡырылғанға йөрәгем ҡанһырай.
Ана, ҡаланың майҙандарында
Балалар менән имсәк сабыйҙар
Аслыҡтан һушһыҙ ята!
(Ламед) 12Ҡала урамдарында, яралыларҙай хәлһеҙләнеп,
Әсәләре ҡосағында йән биргәндә:
«Ҡайҙа ашарға, эсергә?» – тип һорайҙар.
(Мем) 13Һиңә нимә тип әйтәйем, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ?
Һине нимә менән сағыштырайым?
Йыуатыр өсөн кемгә тиңләйем, ғиффәтле ҡыҙ Сион?
Йәрәхәтең диңгеҙ һымаҡ тәрән,
Кем генә һине дауалай алыр?
(Нун) 14Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе.
Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн,
Ғәйебеңде улар фашламаны,
Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы,
Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.
(Самех) 15Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар,
Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр:
«Бөтә донъяның шатлығы,
Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип,
Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар.
(Пе) 16Бөтә дошмандарың һине мәсхәрәләп көлә,
Һыҙғыра, тештәрен шығырлата:
«Уны йоттоҡ, ошо көндө күптән көтә инек,
Ахырҙа беҙ уны күрҙек!» – тиҙәр.
(Ғайн) 17Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды.
Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы –
Һине ҡыҙғанмай емерҙе.
Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы,
Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.
(Саде) 18Халыҡ бөйөк Хакимға бөтә йөрәктән ялбара!
Эй Сион-ҡыҙ диуарҙары,
Йәшең йылға булып аҡһын,
Тынма көн-төн, күҙеңә йоҡо ҡунмаһын.
(Ҡоф) 19Тор, төндәр буйы, һаҡ алышынған һайын инәлеп һора,
Бөйөк Хаким ҡаршыһында хәсрәт-ҡайғыңды түк;
Ҡулыңды һон, балаларыңдың иҫән ҡалыуын ялбар,
Улар урам саттарында аслыҡтан һушһыҙ йығыла.
(Реш) 20«Эй Раббы, ҡарап күрһәнә!
Быға тиклем кемгә шулай ҡылғаның бар?
Ҡатындар үҙҙәре тапҡан сабыйҙарын,
Үҙҙәре үҫтергән балаларын ашаһынмы?
Раббы Хакимдың Изге торлағында
Ҡаһин менән пәйғәмбәр үлтерелһенме?
(Син менән Шин) 21Балалар менән ҡарттарҙың мәйеттәре
Урамдарҙа саңға батып ята;
Егет-ҡыҙҙарым ҡылыстан үткәрелгән.
Асыуланған көнөңдә уларҙы Һин үлтерҙең,
Ҡыҙғанмай салып ташланың.
(Тау) 22Байрамға ҡунаҡ саҡырған кеүек,
Мине дәһшәткә һалғандарҙы йыйнаның һәр тарафтан.
Раббының асыу көнөндә ҡасып ҡотолғандар,
Иҫән ҡалғандар булманы.
Табып үҫтергән балаларымды
Дошманым ҡырып бөтөрҙө».
Copyright information for BakIBT2023