‏ Lamentations 3

Өсөнсө һыҡтау

(Алеф) 1Раббының асыу таяғын татып,
Ғазап сиккән әҙәммен мин.
2Ул мине ҡыуалап алып китте,
Яҡтыла түгел, дөм ҡараңғыла йөрөттө.
3Эйе, Ул миңә ҡулын күтәрҙе,
Көн оҙоно, туҡтауһыҙ язалай.
(Бейт) 4Тәнем менән тиремде туҙҙырҙы,
Һөйәктәремде онтаны.
5Һәр яғымдан ғазап менән ҡоймаланы,
Әрнеү менән солғап алды.
6Мәжбүр итте дөм ҡараңғыла йәшәргә,
Оҡшап ҡалдым әллә ҡасан үлгән әҙәмгә.
(Гимел) 7Сыҡмаһын тип, диуар менән әйләндереп алды,
Ауыр бығауҙар кейҙерҙе.
8Ярҙам һорап күпме ялбарһам да,
Доғама ҡолаҡ һалманы.
9Юлымды дәү таштар менән томаланы,
Һуҡмағымдан аҙаштырҙы.
(Далеҫ) 10Ул мине айыу һымаҡ һағалап торҙо,
Арыҫландай аңдып ятты.
11Барған юлымдан һөйрәп сығарып,
Ботарлап ырғытты яңғыҙымды.
12Раббы йәйәһен кирҙе,
Мине уғына сәп итеп ҡуйҙы.
(Һе) 13Һаҙағынан уғын алып,
Бөйөрөмдө тишә атты.
14Барса халҡым алдында көлкөгә ҡалдым,
Таҡмаҡ әйтеп, көн оҙоно мыҫҡыллайҙар.
15Алҡынғанса әсе үлән ашатты,
Зәһәр әрем һыуы эсерҙе.
(Уау) 16Таш кимертеп, тештәремде һындырҙы,
Ул мине көлгә һалып тапаны.
17Йәнемдән тынғылыҡ ҡасты,
Бәхет барлығын оноттом.
18Әйттем: «Инде түҙемлегем бөттө!
Раббыға өмөтөм өҙөлдө».
(Зайн) 19Кисергән ғазаптарымды,
Ҡаңғырып йөрөүҙәремде иҫеңә алһаңсы,
Улар әрем һымаҡ әсе, үттән ҡырҡыу.
20Гел шуларҙы уйлайым да,
Шуға төшөнкө күңелем.
21Әммә ошоларҙы хәтерләһәм,
Өмөтөм ҡабат яңыра:
(Хеҫ) 22Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ,
Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек;
23Улар һәр иртә һайын яңыра.
Һинең тоғролоғоң бөйөк, Раббым!
24Үҙ-үҙемә әйтәм: «Раббы – минең насибым,
Шуға күрә Раббыға өмөт бағлайым».
(Теҫ) 25Раббы Үҙенә ышанғандарға,
Уны эҙләгән йәндәргә игелекле.
26Раббының ҡотҡарыуын
Сабырлыҡ менән көтөү ул – яҡшы.
27Раббыға буйһоноу ҡалыбын
Йәштән үк кейеү ул – яҡшы.
(Йод) 28Ултырһын яңғыҙ тын ғына,
Сөнки был Раббы һалған йөк.
29Баш баҫып ергә ҡапланһын –
Бәлки әле өмөт барҙыр.
30Һуҡҡанға яңағын ҡуйһын,
Әйҙә туйғансы хурланһын.
(Каф) 31Бөйөк Хаким мәңгелеккә ташламай ул!
32Ҡайғы-хәсрәт биргән икән,
Тоғро мөхәббәтенә күрә мәрхәмәт бирер.
33Әҙәм балаларына ҡайғы-хәсрәтте
Үҙе теләгәндән бирмәй бит ул.
(Ламед) 34Ерҙәге бөтә әсирҙәрҙең
Аяҡ аҫтарында тапалғанын,
35Юғарыларҙан Юғарының күҙе алдында
Кеше хоҡуҡтары боҙолғанын,
36Ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалыуын
Бөйөк Хаким әллә күрмәй тиһегеҙме?
(Мем) 37Әгәр бөйөк Хаким бойормаһа,
Кемдең әйткәне тормошҡа ашыр?
38Яҡшыһы ла, насары ла
Юғарыларҙан Юғары ихтыярында түгелме ни?
39Язаны үҙ гонаһтары өсөн алғас,
Әҙәм балаһына ниңә һыҡтарға?
(Нун) 40Йөрөгән юлдарыбыҙҙы һынайыҡ та,
Раббыбыҙға боролоп ҡайтайыҡ.
41Күктәге Аллаға ҡулдарыбыҙҙы һуҙғанда,
Йөрәгебеҙҙе лә һонайыҡ:
42Беҙ гонаһ ҡылдыҡ һәм баш күтәрҙек,
Һин беҙҙе ғәфү итмәнең!
(Самех) 43Нәфрәт утыңа төрөнөп,
Беҙҙе баҫтырҙың, үлтерҙең, ҡыҙғанманың.
44Доғаларыбыҙ барып етмәһен өсөн,
Болоттар менән ҡапландың.
45Халыҡтар араһында Һин беҙҙе
Ерәнгес нәжес иттең.
(Пе) 46Барлыҡ дошмандарыбыҙ
Беҙҙе йоторға боғаҙ кирҙе.
47Өлөшөбөҙ – дәһшәт менән соҡор,
Ҡырғын да һәләкәт хәҙер.
48Ҡырылған ғәзиз халҡым өсөн ҡайғырып,
Күҙҙәремдән йылға булып йәшем аға.
(Ғайн) 49Бер өҙлөкһөҙ йәшем аға,
Күҙҙәрем туҡтамай илар инде,
50Күктән бағып
Раббы ошоларҙы күргәнгәсә.
51Ҡалам ҡыҙҙарының яҙмышын күреп,
Йөрәк-бәғерем теленә минең.
(Саде) 52Бер нахаҡҡа дошмандарым
Мине гүйә бер ҡош һымаҡ аулай.
53Соҡорға ташлап, йәнемде алмаҡ булды,
Өҫтөмә таштар ырғытты.
54Һыуҙар башымдан ашты,
Мин: «Бөттөм», – тинем.
(Ҡоф) 55Йә Раббы, исемең менән
Соҡор төбөнән Һине саҡырҙым.
56«Ярҙам һорап ялбарыуыма минең,
Ҡолағыңды томалама», – тинем.
Һин мине ишеттең.
57Саҡырған сағымда яҡын килеп,
«Ҡурҡма!» – тип тынысландырҙың.
(Реш) 58Эй бөйөк Хакимым, минең дәғүәмде яҡланың,
Ғүмеремде йолоп алдың.
59Миңә ҡылынған хаҡһыҙлыҡты күрҙең, Раббым,
Дәғүәмә хаҡ хөкөмөңдө сығар.
60Дошмандарымдың ни тиклем үсле булыуын,
Миңә ҡаршы мәкер ҡорғанын күрәһең.
(Син менән Шин) 61Уларҙың мине әрләүен,
Миңә ҡаршы насар ниәттәрен,
62Көнө буйы бышылдашҡандарын,
Яла яҡҡандарын ишетеп тораһың.
63Ҡара: улар ултырһа ла, торһа ла,
Мине мыҫҡыл итеп таҡмаҡ йырлай.
(Тау) 64Ҡылған эштәренең ҡонон ҡайтар, Раббым.
65Йөрәктәренә ауыр ҡайғы һал,
Баштарына ҡарғыш төшһөн.
66Асыуланып уларҙы ҡыуала,
Күгең аҫтынан юҡ ит, эй Раббы!
Copyright information for BakIBT2023