‏ Lamentations 4

Дүртенсе һыҡтау

(Алеф) 1Алтын нисек тоноҡланды!
Алтындың иң сафы төҫһөҙләнеп ҡалды.
Һәр бер урамдың сатында
Изге аҫылташтар аунап ята.
(Бейт) 2Саф алтынға тиң Сион улдары
Көршәксенең ҡулы әүәләгән
Балсыҡ көршәккә бәрәбәр булды.
(Гимел) 3Хатта сүл бүреләре лә, имсәк ҡаптырып,
Балаларына күкрәк һөтөн имеҙә.
Ә халҡым, сүлдәге дөйәғош һымаҡ,
Балаларын йәлләмәй ташлап ҡалдыра.
(Далеҫ) 4Имсәк балаларының сарсауҙан
Теле аңҡауҙарына йәбешә;
Икмәк ялбарып иңрәй сабыйҙар,
Тик уларға ризыҡ биреүсе юҡ.
(Һе) 5Элек бал да май ейгәндәр
Инде урамдарҙа ятып үлә;
Затлы ҡыҙылды кейеп үҫкәндәр
Хәҙер сүплектә ҡаҙына.
(Уау) 6Ғәзиз халҡым, ҡылған гонаһтары өсөн,
Кеше ҡулы теймәйенсә
Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарылған
Содом ҡалаһынан да ҡатыраҡ язаланды.
(Зайн) 7Бейҙәре ҡарҙан пак, һөттән аҡ ине,
Тәндәре мәрйендәй алһыу,
Үҙҙәре зәңгәр яҡутҡа тиң ине.
(Хеҫ) 8Әле йөҙҙәре ҡоромдан ҡара,
Урамда осратһаң, танымаҫһың.
Тиреләре һөйәккә йәбешеп кипкән,
Ағас ҡайырыһына оҡшап ҡалған.
(Теҫ) 9Баҫыуҙа уңыш булмағанлыҡтан,
Асҡа интегеп үлеүселәргә ҡарағанда,
Ҡылыстан һәләк булғандар бәхетлерәк.
(Йод) 10Наҙлы әсәләр үҙ ҡулы менән үҙ балаларын бешерҙе –
Һәләкәткә дусар халҡыма улар ашамлыҡ булды.
(Каф) 11Раббының асыуы ҡайнап ташты,
Ярһып ҡәһәрен яуҙырҙы.
Сионды Ул утҡа тотто,
Нигеҙенә тиклем яндырҙы.
(Ламед) 12Донъялағы батшаларҙың,
Ер йөҙөндәге кешеләрҙең һис кеме,
Ҡанһыҙ дошман Йәрүсәлим ҡапҡаларынан
Инер, тип башына ла килтермәй ине.
(Мем) 13Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары,
Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды –
Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.
(Нун) 14Ә хәҙер урамдарҙа һуҡыр һымаҡ аҙашып йөрөйҙәр,
Кейемдәренә ҡаҡашып ҡан ҡатҡан;
Һис кем уларға тейергә баҙнат итмәй.
(Самех) 15Кешеләр уларға: «Китегеҙ, бысраҡтар!
Китегеҙ, кит, ҡағылмағыҙ беҙгә!» – тип ҡысҡыра.
Шуға күрә улар бынан ҡасып,
Ят ҡәүемдәр араһында ҡаңғыра.
Тик унда ла: «Улар арабыҙҙа ҡалмаһын!» – тиҙәр.
(Пе) 16Раббы Үҙе ҡыуып таратты уларҙы,
Башҡаса йөҙҙәренә ҡарамаҫ.
Ҡаһиндарға – хөрмәт,
Аҡһаҡалдарға ихтирам бөттө.
(Ғайн) 17Күҙ талдырып бушҡа ярҙам көттөк;
Беҙҙе ҡотҡара алмаҫ ҡәүемде
Манаранан күҙләп юҡҡа өмөтләндек.
(Саде) 18Ә дошман һәр аҙымыбыҙҙы ауланы,
Урамдарға сыға алмаҫ булдыҡ.
Ахырыбыҙ яҡын, көндәребеҙ бөттө –
Ғүмеребеҙҙең аҙағы етте.
(Ҡоф) 19Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ;
Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар,
Боҫҡон
Боҫҡон – руссаһы: засада.
ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар.
(Реш) 20Тормошобоҙҙоң һулышы –
Раббының мәсихе, батшабыҙ
Уларҙың тоҙағына эләкте.
Ә беҙ: «Халыҡтар араһында
Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.
(Син менән Шин) 21Эй Ғус ерендә йәшәгән Эдом-ҡыҙ!
Шатлан һәм күңел ас!
Тик Раббының асыу туҫтағынан һин дә эсерһең,
Иҫереп шәрә ҡалырһың.
(Тау) 22Эй һин, Сион-ҡыҙ, енәйәтең өсөн яза тамамлана.
Раббы һине бүтәнсә һөргөнгә ҡыумаҫ.
Ә һине, эй Эдом-ҡыҙ, енәйәтең өсөн язалар;
Гонаһтарыңды фаш итер.
Copyright information for BakIBT2023