Lamentations 5
Бишенсе һыҡтау
1Онотма, йә Раббы, башыбыҙға төшкәндәрҙе!Ҡара, беҙ ниндәй хурлыҡҡа ҡалдыҡ:
2Биләмә ерҙәребеҙ яттар ҡулына күсте,
Өйҙәребеҙгә сит-яттар хужа.
3Атайһыҙ ҡалдыҡ, үкһеҙ етембеҙ;
Әсәйҙәребеҙ – тол ҡатын хәҙер.
4Һыуыбыҙҙы ла көмөш түләп эсәбеҙ,
Утынды ла аҡсаға һатып алабыҙ.
5Эҙебеҙгә баҫып баҫтырып киләләр беҙҙе,
Тамам хәлдән тайҙыҡ, ял күргән юҡ.
6Туйғансы ашарлыҡ икмәк һорап,
Мысыр менән Ашшурға ҡулыбыҙҙы һонабыҙ.
7Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды,
Әммә хәҙер улар юҡ инде;
Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.
8Ҡолдар хәҙер беҙгә хаким булды,
Улар ҡулынан ҡотҡарып алыусы юҡ.
9Йәнебеҙҙе ҡыл өҫтөнә ҡуйып ризыҡ эҙләйбеҙ,
Сөнки сүлдән ҡылыс янап тора.
10Аслыҡ ғазабынан тән тиребеҙ
Усаҡта янған һымаҡ ҡарайып көйҙө.
11Ҡатындарҙы – Сионда,
Ҡыҙҙарҙы Йәһүҙә ҡалаларында мәсхәрәләйҙәр.
12Ҡулдарынан аҫып ҡуйылды башлыҡтарыбыҙ,
Аҡһаҡалдарға ихтирам бөттө.
13Йәштәр тирмән ташын әйләндерә,
Үҫмерҙәр утын йөгө аҫтында иҙелә.
14Аҡһаҡалдар ҡала ҡапҡаһы янында ултырмай,
Егеттәребеҙ көйҙәр уйнамай хәҙер.
15Йөрәгебеҙҙә шатлыҡ бөттө,
Бейеүҙәребеҙ ҡайғыға әйләнде.
16Башыбыҙҙан тажыбыҙ ҡоланы,
Ҡайғы беҙгә! Гонаһ ҡылдыҡ.
17Шуға йөрәгебеҙгә ҡан һауҙы,
Күҙҙәребеҙ томаланды.
18Бушап ҡалды Сион тауы,
Унда хәҙер тик төлкөләр гиҙә.
19Әммә Һинең хакимлығың мәңгелек, йә Раббы!
Быуындар үтер, Һин һаман тәхетеңдә ултырырһың!
20Ниңә беҙҙе ташланың шулай оҙаҡҡа?
Ни өсөн беҙҙе бөтөнләйгә оноттоң?
21Йә Раббы, беҙҙе Үҙеңә ҡайтар, беҙ ҡайтырбыҙ,
Ҡабаттан элекке көндәрҙе бир.
22Беҙҙән бөтөнләйгә ваз кисеүеңме?
Беҙгә булған асыуыңдың сиге юҡмы?
Copyright information for
BakIBT2023