‏ Luke 10:25-28

Изге күңелле Самария кешеһе хаҡында ҡисса

(Маҫ 22:34-40; Мрк 12:28-31)

25Бына бер ҡанун белгесе урынынан торҙо ла, Ғайсаны һынарға теләп:

– Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тине.

26– Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораны Ғайса.

27 a b– «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуапланы ҡанун белгесе.

28 c– Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тине Ғайса.

Copyright information for BakIBT2023