‏ Luke 11:43-46

43Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙың түрендә ултырырға, баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен яратаһығыҙ. 44Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ билдә ҡуйылмаған ҡәбер һымаҡһығыҙ. Кешеләр белмәйенсә ошо ҡәберҙәрҙе тапап йөрөй.

45Ғайсаның был һүҙҙәренә ҡарата ҡанун белгестәренең берәүһе:

– Остаз! Был һүҙҙәрең менән Һин беҙҙе лә рәнйетәһең, – тине.

46Ғайса былай тип яуапланы:

– Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә теймәйһегеҙ.
Copyright information for BakIBT2023