‏ Luke 18:15-17

Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы

(Маҫ 19:13-15; Мрк 10:13-16)

15Ғайса ҡағылып Үҙенең фатихаһын бирһен өсөн, Уның янына бәләкәй балаларын да алып килделәр. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләне, үткәрмәне. 16Ғайса иһә балаларҙы янына саҡырып:

– Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы.
17Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк, – тине.

Copyright information for BakIBT2023