Luke 18:31-33
Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында өсөнсө тапҡыр әйтеүе
(Маҫ 20:17-19; Мрк 10:32-34)
31Ғайса ун ике шәкертен ситкә алып китеп: – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ. 32Ул мәжүсиҙәр ҡулына тотоп биреләсәк, улар Уны мыҫҡыллар, хурлар һәм өҫтөнә төкөрөр, 33Уны ҡамсыларҙар һәм үлтерерҙәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торор, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023