‏ Luke 20:45-47

Ҡанун белгестәренән һаҡланырға ҡушыу

(Маҫ 23:1-7; Мрк 12:38-39)

45Бөтә халыҡ тыңлап торған саҡта Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине:

46– Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөүҙе, баҙар майҙандарында башлап сәләм биргәндәрен хуш күрә, ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа һәм табын түрендә ултырыуҙы ярата. 47Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә.

Copyright information for BakIBT2023