‏ Luke 21:1-4

Тол ҡатындың биргән хәйере

(Мрк 12:41-44)

1Ғайса, күҙ һалып, ҡайһы бер байҙарҙың саҙаҡа һандығына хәйер һалыуын ҡарап торҙо. 2Шунда ярлы ғына бер тол ҡатындың да ике ваҡ аҡса
Ике ваҡ аҡса – төп нөсхәһендә «ике лептон». Лептон – иң бәләкәй аҡса берәмеге.
һалғанын абайлап:

3– Һеҙгә ысынын әйтәм: был ярлы тол ҡатын бөтәһенән дә күберәк һалды. 4Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанды һалды, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йәшәү өсөн кәрәк булғанын һалды, – тине.

Copyright information for BakIBT2023