Luke 22:47-50
Ғайсаны ҡулға алыу
(Маҫ 26:47-56; Мрк 14:43-50; Ях 18:3-11)
47Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтмәне, бер төркөм кеше килеп етте. Төркөмдө ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе, башлап килә ине. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлашты ▼▼ Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Сөнки Йәһүҙә үҙе, шартлы ишара яһап, уларға: „Мин үпкән кеше Ғайса булыр“, – тип әйтеп ҡуйғайны» тигән һүҙҙәр ҙә бар.
. 48Ғайса иһә уға: – Йәһүҙә! Һин үбеп Әҙәм Улына хыянат итәһеңме? – тине. 49Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Уға: – Хакимыбыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һораны. 50Уларҙың береһе, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уң ҡолағын сабып өҙҙө.
Copyright information for
BakIBT2023