‏ Luke 23:2-5

2– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.

3Пилатос Ғайсанан:

– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны.

Ғайса иһә:

– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы.

4Пилатос баш ҡаһиндарға һәм халыҡҡа:

– Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тине.

5Әммә улар:

– Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтә Йәһүҙиә ерендә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышты.

Copyright information for BakIBT2023