Luke 5:33-39
Ураҙа тотоу тураһында һорау
(Маҫ 9:14-17; Мрк 2:18-22)
33Ҡайһы бер кешеләр Ғайсаға: – Яхъяның шәкерттәре лә, фарисейҙыҡылар ҙа ураҙаны йыш тота һәм доға ҡыла, ә Һинең шәкерттәрең ашай һәм эсә! – тине. 34– Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтарҙы ураҙа тоторға мәжбүр итеү мөмкинме? 35Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ, – тине Ғайса һәм 36кинәйә менән һүҙен дауам итте: – Бер кем дә иҫке кейемгә яңы кейемдән йыртып алынған ямаулыҡ һалмай, юғиһә яңыһы ла әрәм була, иҫкеһенә лә яңы туҡыманан ямаулыҡ бармай. 37Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә яңы шарап турһыҡты йыртыр ҙа шарап ағып бөтөр, турһыҡ әрәм булыр. 38Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш. 39Бер кемдең дә, иҫке шарапты эскәндән һуң, яңыһын эскеһе килмәҫ. «Иҫкеһе яҡшыраҡ шул», – тип әйтер.
Copyright information for
BakIBT2023