‏ Luke 6:1-5

Шәмбе көнө тураһында

(Маҫ 12:1-8; Мрк 2:23-28)

1 aБер тапҡыр, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үткәндә, шәкерттәре башаҡ өҙөп ала ла, устарында ыуып, бойҙай ашап бара ине. 2Фарисейҙарҙың ҡайһы берәүҙәре уларҙан:

– Ни өсөн һеҙ шәмбе көндө тыйылғанды эшләйһегеҙ? – тип һораны.

3– Дауыт менән уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында уҡығанығыҙ юҡмы ни? 4 bУл, Алла йортона инеп, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе алған: үҙе лә ашаған, юлдаштарына ла биргән, ә ҡанун буйынса уларҙы ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй, – тип яуапланы Ғайса 5һәм:

– Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң хужаһы, – тип өҫтәп ҡуйҙы.

Copyright information for BakIBT2023