Luke 7:37-38
37Шул ҡалала йәшәгән әхлаҡһыҙ бер ҡатын, Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр ▼▼ Алебастр – көршәк яһауҙа ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш.
һауыт тотоп килеп инде. 38Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды ▼▼ Ул ваҡыттарҙа ҡырын ятып ашағандар.
. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы.
Copyright information for
BakIBT2023