Luke 8:16-18
Шәм һәм яҡтылыҡ хаҡында ҡисса
(Мрк 4:21-25)
16Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны көршәк менән ҡапламай, һике аҫтына ла ҡуймай. Киреһенсә, өйгә килеп ингәндәр яҡтыны күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырталар. 17Сөнки фаш ителмәҫ йәшерен бер нәмә лә, беленмәҫ һәм асылмаҫ бер сер ҙә булмаясаҡ. 18Шулай итеп, нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның бар тип уйлағаны ла тартып алыныр.
Copyright information for
BakIBT2023