‏ Luke 8:19-21

Ғайсаның әсәһе һәм туғандары

(Маҫ 12:46-50; Мрк 3:31-35)

19Ғайсаның әсәһе һәм ҡустылары килгәс, халыҡ күп булғанлыҡтан, Уның эргәһенә үтә алманы. 20Ғайсаға:

– Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткерҙеләр.

21Ғайса уларға:

– Минең әсәйем менән туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап бирҙе.

Copyright information for BakIBT2023