‏ Luke 8:22-25

Дауылды туҡтатыу

(Маҫ 8:23-27; Мрк 4:35-41)

22Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә инеп ултырҙы ла:

– Әйҙәгеҙ, күлдең теге ярына сығайыҡ, – тине.

Улар ҡуҙғалды.
23Кәмәлә барған саҡта Ғайса йоҡлап китте. Күл өҫтөндә көслө дауыл күтәрелде, һәм кәмә эсенә һыу тула башланы, кәмәләгеләргә хәүеф янай ине. 24Шәкерттәре Ғайса янына килеп:

– Остаз, Остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уяттылар.

Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйҙы һәм, улар туҡтағас, тынлыҡ урынлашты.
25Ул шәкерттәренән:

– Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораны.

Ҡурҡыуға төшкән шәкерттәр хайран ҡалып бер-береһенә:

– Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиеште.

Copyright information for BakIBT2023