Luke 9:1-6
Ғайсаның ун ике илсеһен хеҙмәткә ебәреүе
(Маҫ 10:5-15; Мрк 6:7-13)
1Ғайса, ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп, 2Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе. 3Ул шәкерттәренә: – Сәфәргә үҙегеҙ менән бер нәмә лә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тине. – 4Ҡайһы өйҙә туҡталһағыҙ, шунда ҡалығыҙ, шул өйҙән сығып ары китерһегеҙ. 5Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. 6Шәкерттәр юлға сыҡты, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөнө.
Copyright information for
BakIBT2023