Luke 9:46-48
Кем иң бөйөгө?
(Маҫ 18:1-5; Мрк 9:33-37)
46Шәкерттәр үҙҙәренең араһында кем иң бөйөгө тип бәхәсләшә башланы. 47Ғайса, уларҙың уйын белеп, бер баланы эргәһенә баҫтырҙы ла: 48– Был баланы кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәргәнде ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң кесеһе – иң бөйөгө, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023