‏ Luke 9:7-9

Һирудтың аптырашта ҡалыуы

(Маҫ 14:1-2; Мрк 6:14-16)

7Быларҙың барыһы тураһында ишетеп, өлкә идарасыһы Һируд аптырашта ҡалды, сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», 8икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләне. 9Ә Һируд:

– Яхъяның башын мин үҙем ҡырҡтырғайным, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораны.

Һируд Уны күреү мөмкинлеген эҙләне.

Copyright information for BakIBT2023