‏ Mark 1:16-20

Ғайсаның беренсе шәкерттәре

(Маҫ 4:18-22; Лк 5:2-11; Ях 1:35-42)

16Галилея күле буйлап китеп барғанда, Ғайса ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны – Шимғон менән уның ҡустыһы Әндриасты күрҙе.

17– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар
Кеше аулаусылар – Ғайса был урында кешеләрҙе Алла юлына алып килеүҙе балыҡ тотоу менән сағыштыра.
итермен, – тине Ғайса уларға.

18Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. 19Ғайса, бер аҙ барғас, Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямай ине. 20Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зәбәҙәйосты ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан эйәрҙе.

Copyright information for BakIBT2023