Mark 1:2-8
2 aИшағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм,ул Һиңә юл әҙерләр.
3Сүлдә тауыш яңғырай:
Раббыға юл әҙерләгеҙ,
Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!»
4Сүлгә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға ▼
▼ Һыуға сумдырылыу – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдерә торған йола.
өндәп йөрөнө. 5Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын асыҡтан-асыҡ танып, уның тарафынан Иордан йылғаһында сумдырылды. 6Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды. 7Вәғәзендә ул былай тине: – Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. 8Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.
Copyright information for
BakIBT2023