‏ Mark 1:40-44

Махаулыны һауыҡтырыу

(Маҫ 8:2-4; Лк 5:12-16)

40Бер көндө махау сирле
Махау сире – дауалап булмай торған йоғошло тире ауырыуы.
кеше Ғайса янына килде лә алдына тубыҡланып:

– Теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.

41Ғайса уны йәлләне, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла:

– Эйе, теләйем, таҙарын! – тине.

42Сирленең махауы шунда уҡ бөттө, тәне таҙарҙы. 43 44 bҒайса уны:

– Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр, – тип уны ҡайтарып ебәрҙе.

Copyright information for BakIBT2023